-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Июль , 10:27

Мин башҡортса һөйләшәм

Ҡурған өлкәһендә балалар өсөн "Ихлас" тип аталған  форумы үтте. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары аҡсаһына тормошҡа ашырылды.

Мин башҡортса һөйләшәм
Мин башҡортса һөйләшәм

Күптән түгел проект сиктәрендә "Космос" мәҙәни-һауыҡтырыу комплексында өс көнлөк смена тамамланды. Унда Сафакүл, Әлмән райондарынан 80 уҡыусы ҡатнашты.
Был сараның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата иғтибарҙы арттырыу. Юҡҡа ғына балалар кеәгән футболкаларҙа ла "Мин башҡортса һөйләшәм" тип яҙылмаған.

Форумда Башҡортостан ҡунаҡтары -  Туймазы районы башҡорт тарихиүмәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова һәм райондың Ағинәйҙәр ойошмаһынан Лилиә Байкова ҡатнашты.

Сараға Силәбе өлкәһенән дә вәкилдәр килгән ине, улар пластилиндан йәнһүрәт геройҙарын эшләп, уларҙы йәнләндерҙе. "Ай менән Зөһрә" тигән риүәйәтте Башҡортостан делегацияһы башҡортсаға тәржемә итеп, телмәрҙәре өҫтөндә эшләп, режиссерлыҡ яғынан да ярҙам итте. Бына шулай шулай башҡортса йәнһүрәт килеп сыҡты.

 – Балаларҙың Башҡортостан, телем, тип янып тороуы һоҡландырҙы. Йыл буйына барған проекттың йомғаҡлау мәлендә ваҡыт шул тиклем тиҙ үтте. Бик күп саралар ойошторолдо, Силәбе өлкәһенән дә вәкилдәр килгән ине, улар менән дуҫлаштыҡ, тине Гөлмирә Йәмил ҡыҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020-2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәрә, 3 692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проектты хуплай.

Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллионы республика бюджетынан һәм 364,86 миллионы президент гранттары Фондын берлектә финанслау иҫәбенә.

 

Мин башҡортса һөйләшәм
Мин башҡортса һөйләшәм
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: