+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Июль , 09:25

Эдуард Рәхмәтуллин: «Башҡорт ихаталары» төҙөкләндереү хаҡында ғына түгел, ә туймазыларҙың аңын үҙгәртеү тураһында ла»

«Башҡорт ихаталары» программаһының биш йыл эшләү осоронда республикала 1326 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелде. Был эш бөгөн дә дауам итә - быйыл 33 муниципалитетта тағы ла 140-тан ашыу йорт үҙгәртеләсәк.

Эдуард Рәхмәтуллин: «Башҡорт ихаталары» төҙөкләндереү хаҡында ғына түгел, ә туймазыларҙың аңын үҙгәртеү тураһында ла»
Эдуард Рәхмәтуллин: «Башҡорт ихаталары» төҙөкләндереү хаҡында ғына түгел, ә туймазыларҙың аңын үҙгәртеү тураһында ла»

Туймазыла Комаров урамындағы 45, 45/1, 47, 47/1 һанлы йорттар биләмәһендә эштәр март уртаһында башланды. Бында йәй аҙағына тиклем эштәрҙе тамамлайҙар.

– Уҙған йылдарҙа «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә Туймазы районында 44 ихата төҙөкләндерелде – Туймазыла, Серафимовка, Түбәнге Троицк, Собханғол, Ҡандра һәм Дуҫлыҡ ауылдарында, – ти Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы Эдуард Рәхмәтуллин. - Бөгөн был йүнәлештә эш өҙлөкһөҙ бара: процестың бөтә яҡтары, шул иҫәптән подрядсылар һәм проектлаусылар, уларҙан нимә талап ителеүен асыҡ аңлай. Һәм ҡуйылған бурыстарҙы оператив хәл итә. Әммә иң мөһиме – әгәр был программаны тормошҡа ашырыуҙың беренсе йылында кешеләрҙе унда ҡатнашырға күндерһәләр, бөгөн улар сиратҡа теҙелә.

Яңыртылған ихаталарҙы баһалап, башҡа күп фатирлы йорртарҙа йәшәүселәр бер тауыштан: "Беҙҙә лә шулай булыуын теләйбеҙ!» ти. Юғарыла аталған дүрт йортта йәшәүселәр былтыр уҡ район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең теләктәрен белдергән.

Әйткәндәй, был “Башҡорт ихатаһы"ның үҙ үҙенсәлектәре һәм нюанстары бар, уларҙы проектты әҙерләү этабында уҡ иҫәпкә алырға тура килде. Уларҙың береһе - дүрт күп ҡатлы йорттарҙы ла төрлө идара итеүсе компаниялар хеҙмәтләндерә. Шуға күрә бында төп бурыс тип урындағы халыҡты туплауҙы атайҙар: һәр йорттоң төҙөкләндереү буйынса үҙ ҡарашы була, шуға күрә бер фекергә килергә кәрәк була. Икенсе нюанс - ихатаның уртаһында Туймазы предприятиеларының береһенә ҡараған ҙур резервуар тора. Шуға күрә подрядсыға уны һүтергә генә түгел, ә артыҡ тупраҡты сығарыуға ла аҡса тупларға тура килә. Шунан ихатаны төҙөкләндереү башлана, унда балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, тышҡы яҡтыртыу, автотранспорт өсөн өҫтәмә парковкалар төҙөү, юлдарға, тротуарҙарға асфальт түшәү планлаштырыла. Дөйөм алғанда 13 мең квадрат метр территорияға асфальт түшәләсәк.

– Балалы ғаиләләр сифатлы резина япмалы заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, хужабикәләр – дүрт хужалыҡ майҙансығын, ә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлекте беренсе урынға ҡуйған кешеләр – яҡшы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһын баһалар тип уйлайым, - тип дауам итә Рәхмәтуллин. - Эште 30 авгусҡа тиклем тамамлау күҙаллана. Әммә подрядсы шул тиклем юғары темпта эшләй, хатта, бәлки, ихатаны төҙөкләндереү билдәләнгән ваҡыттан алда тамамланыр. Бында эштәр 60 процентҡа башҡарылған: тротуарҙар, майҙансыҡтар асфальтланған, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү монтажланған. Шуныһы ҡыуаныслы - төбәк башлығы Радий Хәбиров был эште шундай кимәлгә күтәрҙе, программала ҡатнашырға теләүселәр һаны геометрик прогрессия менән тиерлек арта. 30-40 йыл буйына төҙөкләндерелмәгән ихата ҡапыл бөтөнләй икенсе күренеш ала. Мәҫәлән, өс-дүрт йыл элек йорт яны биләмәһендә спорт тренажерҙарының барлыҡҡа килеүе ҙур уңыш тип һанала ине. Был эштең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Сөнки һүҙ төҙөкләндереү хаҡында ғына түгел, ә туймазыларҙың аңын үҙгәртеү хаҡында бара: кеше иртән өйҙән сығып, насар тротуарҙарҙы түгел, ә заманса һәм матур ихатаны күргәс, уның кәйефе көн буйына бөтөнләй икенсе буласаҡ. Бынан тыш, элек күп кенә кешеләр кистәрен үҙ фатирҙарында ултырырһа, хәҙер улар яңыртылған ихаталарға йышыраҡ сыға. Балалар спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнай, өлкәндәр аралаша, бергәләп киске йөрөүҙәр ойоштора. Һәм, башҡалар менән бер рәттән, уларҙың ихатаһы һәм йорттары уңайлыраҡ һәм матурраҡ булһын өсөн тағы нимә эшләргә мөмкинлеген хәл итәләр.

Эдуард Рәхмәтуллин: «Башҡорт ихаталары» төҙөкләндереү хаҡында ғына түгел, ә туймазыларҙың аңын үҙгәртеү тураһында ла»
Эдуард Рәхмәтуллин: «Башҡорт ихаталары» төҙөкләндереү хаҡында ғына түгел, ә туймазыларҙың аңын үҙгәртеү тураһында ла»
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: