+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Июль , 11:11

Туймазыла спорт академияһы Башҡортостан башлығы грантына СВО яугирҙарының ғаиләләре өсөн проект өҫтөндә эшләй

«Самурай» көрәш академияһы Туймазы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен социализациялауға һәм реабилитациялауға йүнәлтелгән социаль проектты тормошҡа ашыра.

Туймазыла спорт академияһы Башҡортостан башлығы грантына СВО яугирҙарының ғаиләләре өсөн проект өҫтөндә эшләй
Туймазыла спорт академияһы Башҡортостан башлығы грантына СВО яугирҙарының ғаиләләре өсөн проект өҫтөндә эшләй

1 августан СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары академияла джиу-джитс, грэпплинг, панкратион, кроссфит буйынса дәрестәргә бушлай йөрөй ала.

Шулай уҡ психолог һәм реабилитолог менән эш ҡаралған, ғаилә экскурсиялары планлаштырылған.

- Махсус операция башланғас, мине беренселәрҙән булып мобилизациялайҙар тип уйлағайным. Хатта хәрби комиссариатҡа шылтыратып, миңә повестка бармы-юҡмы тип ҡыҙыҡһындым, - ти көрәш академияһы етәксеһе Андрей Черных. - Олатайым фронтта һуғыша, атайым Афғанстан территорияһындағы хәрби конфликт осоронда тажик-афған сигендә хеҙмәт итә. Ирҙәрҙең бурысы - Ватан мәнфәғәттәрен яҡлау. Мин улдарымды һәм көрәш академияһы тәрбиәләнеүселәренә ошо турала һөйләйем.

Күптән түгел Туймазынан демобилизацияланған яугирҙар һәм уларҙың балалары өсөн дәрестәр ойоштороу идеяһы килде. Был эштә миңә Башҡортостан башлығы гранты ярҙам итте.

Проектты Z. O. V. тип атаныҡ. Был Рәсәй ҡораллы көстәренең өс төркөмөнөң аббревиатураһы – “Көнбайыш”, “Үҙәк” һәм “Көнсығыш”. Хәҙер беҙҙең тренажер залына бер демобилизацияланған яугир, бер нисә бала бушлай йөрөй. 1 августан улар күберәк буласаҡ.

Проект 9 айға иҫәпләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттары Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда булдырылды.

"Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша» - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Туймазыла спорт академияһы Башҡортостан башлығы грантына СВО яугирҙарының ғаиләләре өсөн проект өҫтөндә эшләй
Туймазыла спорт академияһы Башҡортостан башлығы грантына СВО яугирҙарының ғаиләләре өсөн проект өҫтөндә эшләй
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: