-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Июль , 15:50

Октябрьский ҡалаһында балалар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән әүҙем таныша

34-се балалар баҡсаһында башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып барыла. Балалар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында төрлө саралар үтә. Мәҫәлән,  Башҡорт теле көнөндә балалар баҡсаһының һәр төркөмөндә танып белеү әңгәмәләре үткәрелә. Балаларҙы халыҡ уйындары менән таныштыралар. Уларҙы башҡорт халҡының фольклоры ҡыҙыҡһындыра: әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.

Был көндө мәктәпкәсә йәштәге балалар сағыу башҡорт милли кейемдәре менән таныша, ҡурай моңон тыңлай. Был саралар тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

- Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тапшырған ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мөһим. (V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығыштан, 2019 йыл, 28 июнь).

Людмила Сорокина, 34-се балалар баҡсаһы мөдире:

- Туған телдәрҙе һаҡлау бурысы бөтә халыҡтар өсөн дә мөһим. Туған телегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм яратығыҙ! Республика Башлығының ярҙамы менән тормошҡа ашырылған төрлө проекттар балаларҙың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра, тип шатлана беҙҙең ата-әсәләр.

Октябрьский ҡалаһында балалар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән әүҙем таныша
Октябрьский ҡалаһында балалар башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән әүҙем таныша
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: