-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Июль , 12:29

Ҙур төҙөлөш башлана

Башҡортостан Башлығы Октябрьскийҙа 50 метрлы бассейн төҙөлөшөнә старт бирҙе

Ҙур төҙөлөш башлана
Ҙур төҙөлөш башлана

Октябрьский видеоэлемтә аша Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың аҙналыҡ оператив кәңәшмәһенә ҡушылды. Кәңәшмәлә республика етәксеһе яңы бассейн төҙөлөшөнә старт бирҙе.

Бер миллиард һумдан артыҡ аҡса талап ителәсәк йөҙөү комплексы Боҙ һарайы янында төҙөләсәк.

Аҡсаларҙың төп өлөшөн — 786,8 млн һумды төҙөлөшкә инвестор — «БурТехРазвитие» йәмғиәте һаласаҡ.

Октябрьский «Мин спортты һайлайым. Бизнес‑спринт» федераль проектында ҡатнаша. Алексей Пальчинский ҡаланы яҡлаған төбәк башлығына, Рәсәй Спорт министрлығына рәхмәт белдерҙе.

Март айында 432 млн һумлыҡ концессия килешеүенә ҡул ҡуйылған. Шуларҙың 85 млн һумы — инвестор аҡсаһы. Шунан һуң инвестор проектты модернизацияларға — бассейнды 50 метрға тиклем арттырырға һәм өҫтәмә инфраструктура булдырырға тәҡдим иткән. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, проекттың инвестицион өлөшө биш тапҡырға артҡан. Барлыҡ сығымдарҙы инвестор үҙ өҫтөнә алған.

— 2026 йыл аҙағына тиклем беҙ был проектты эшләтеп ебәрәсәкбеҙ, — тине инвестор Илдар Хәлфин.

Радий Хәбиров Октябрьскийҙы республиканың спорт ҡалаларының береһе тип атаны.

Буласаҡ бассейн нигеҙенә беренсе кубометр бетонды оператив кәңәшмәнең тура эфирында һалдылар.

Республикала спорт объекттарын яңыртыу һәм яңыларын төҙөү әүҙем бара. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән һуң 3 – сө урынды биләй (Мәскәүҙә – 27826 объект, Башҡортостан Республикаһында-13363 объект). Граждандарҙы улар менән тәьмин итеү кимәле 74,5 процент тәшкил итә (Рәсәй Федерацияһында был күрһәткес 61,4 процент тәшкил итә).

  • Республикабыҙҙың бай спорт традициялары бар. Беҙ спорт инфраструктураһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ҙур заманса объекттар төҙөйбөҙ. Тренерҙарға һәм спортсыларға ярҙам итеүгә байтаҡ ресурстар йүнәлтәбеҙ. Башҡортостан - спорт тармағына ярҙам саралары системаһы үҫешкән бер нисә төбәктәрҙең береһе, - тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Ҙур төҙөлөш башлана
Ҙур төҙөлөш башлана
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: