-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Июль , 14:40

Туймазы студенты Өфөнөң Корея рестораны өсөн логотип эшләгән

Өс йыл элек ул Корея мәҙәниәте менән мауыға башлай.

Туймазы студенты Өфөнөң Корея рестораны өсөн логотип эшләгән
Туймазы студенты Өфөнөң Корея рестораны өсөн логотип эшләгән

Жасмин Солтановаға 17 йәш. Ул Туймазы юридик колледжында финансист һөнәренә уҡый. Бала саҡтан һүрәт төшөрә. Үҙ эштәрен телеграм-каналда һәм Ютубта күрһәтә.

- Яҙ көнө миңә Өфө эшҡыуары шылтыратты һәм һүрәттәремде интернетта күргәнен әйтте, – ти Жасмин. - Корея ресторанын асыуын әйтте һәм маскот  - шулай тип персонаж, бренд талисманы атала - төшөрөргә тәҡдим итте. Уны ғәҙәттә логотипта һүрәтләйҙәр, фирма стиле элементы булараҡ ҡулланалар. Мин ризалаштым - был минең өсөн ҡыҙыҡлы тәжрибә ине. Шулай итеп Кейко – корея ҡыҙы барлыҡҡа килде.

Хәҙер Туймазы ҡыҙының маскоты яңы һәм популяр ресторандың бөтә майҙанын биҙәй. Кейконы диван мендәрҙәрендә, стеналарҙа һәм хатта эсемлек стакандарында күрергә мөмкин.

Жасмин мәктәптә скетчинг менән шөғөлләнә, тиҙ һүрәт төшөрөү техникаһы шулай атала. Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай. Өс йыл элек Корея мәҙәниәте менән мауыға. Хәҙер руманга менән шөғөлләнә -был рус телендәге комикстар.

- Минең румангам «Йәй станцияһы» тип атала, – тип һөйләй рәссам. - Унда 13 бүлек бар. Был ике үҫмерҙең тарихы. Дуҫтар төрлө хәлдәргә эләгә, үҫмерҙәр проблемаларын хәл итә, талаша, татыулаша. Сюжет, персонаждарҙы үҙем уйлап табам. Баҡтиһәң, минең румангам йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы икән. Миңә төрлө ерҙәрҙән яҙалар. Малайҙарҙың тормошон күҙәтәләр, тарихтарҙың дауамын көтәләр.

Туймазы студенты Өфөнөң Корея рестораны өсөн логотип эшләгән
Туймазы студенты Өфөнөң Корея рестораны өсөн логотип эшләгән
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: