-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Июль , 15:55

Шаран ауылында глэмпинг эшләй башланы

Шаран ауылынан шәхси эшҡыуар Динар Ғәлимов 2023 йылдың йәйендә глэмпинг төҙөй башлай.

Шаран ауылында глэмпинг эшләй башланы
Шаран ауылында глэмпинг эшләй башланы

Хәҙер бында тәбиғәттә ял итергә теләүселәр даими килә һәм яҡшы тәьҫораттар менән генә ҡайта.

Башҡортостан Республикаһында эске туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктә эске туризм менән шөғөлләнеүсе компаниялар өсөн уңайлы система булдырылған, гранттар, субсидиялар, һалым льготалары системаһы әҙерләнде.

БР Башлығы ярҙамы менән республика Хөкүмәте туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдыра. Республика башлығы «Инвестиция сәғәттәре» ултырыштарында әһәмиәтле проекттарҙы шәхсән ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәре барышында эшҡыуарҙарға көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелә.

"2023 йылда беҙ Шаран һыуһаҡлағысы ярындағы участканы ҡуртымға алдыҡ. Йәй дауамында каркаслы өй, мунса, иркен беседка, мангаль зона, һыу инеү урыны төҙөнөк. Фитоөй ҙә эшләнек – уның эсендә төрлө үләндәрҙең еҫенә сумаһың.

Динар Мәғдинурович фекеренсә, глэмпингҡа килеүселәр ял итергә лә, сәскә һәм үлән еҫтәрен һулап һауығырға ла тейеш.

Каркаслы өй ике кешегә иҫәпләнгән, унда бөтә уңайлыҡтар ҙа унда бар.

Эсәр һыу менән дә мәсьәлә хәл ителә, 30 метр тәрәнлектәге скважина быраулана.

"Беҙ Шаран халҡының һәм район ҡунаҡтарының алыҫ китмәйенсә уңайлы ял итеүен теләйбеҙ. Киләсәктә глэмпинг биләмәһендә тоҙ бүлмәһе ойошторорға, йылы бассейн төҙөргә ниәтләйбеҙ", - тип билдәләне Д. Ғәлимов.

https://sharanpro.ru/news/novosti/2024-07-19/dlya-komfortnogo-otdyha-3854531

Шаран ауылында глэмпинг эшләй башланы
Шаран ауылында глэмпинг эшләй башланы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: