+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Июль , 12:39

Баҡалы фермеры маҡсатына өлгәшә

Ольга Булашованың Иҫке Ҡорос ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы һуңғы биш йыл дауамында уңышлы эшләй.

Баҡалы фермеры маҡсатына өлгәшә
Баҡалы фермеры маҡсатына өлгәшә

- Бөгөн бесән бик шәп, - ти Сергей Булашов, -  ямғыр аҫтында ҡалманы. Мең төргәк әҙерләгәнек. Хәҙер уларҙы баҫыуҙарҙан ташыйбыҙ, һаҡларға һалабыҙ. Үлән яҡшы күтәрелә, икенсе сабыу ҙа буласаҡ, тип уйлайбыҙ. Был беҙгә ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә бесән әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк.

Хужалыҡта һәр эшсе оҫта универсал, ҡайҙа кәрәк, шунда эшләй. Сергей Иванович үҙе лә мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. КФХ-ла эшләү өсөн бөтә кәрәкле техника һәм тағылма инвентарь бар. Биш «Беларусь» тракторы, КамАЗ автомобиле һәр ваҡыт йөрөй. Эш бара, шуға күрә эшселәрҙең кәйефе лә бик яҡшы.

Хужалыҡта 250 баштан ашыу һыйыр малы бар. Көн һайын тоннаға яҡын һөт  продукция һатыла. Һауынсылар Ирина Кеслер һәм Галина Якунина, көтөүселәр Ринат Ғәлиев һәм Зөфәр Исламов үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарай.

  • Фермер хужалығында параллель рәүештә ферманың яңы корпусы төҙөлә. Былтыр О.И. Булашованың хужалығы «Ғаилә фермаларын үҫтереү» программаһы буйынса 19 миллион һум күләмендә грант алды», - тип шатланып аңлатма бирә фермерҙар өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары - ауыл хужалығы идаралығы начальнигы В. Ташев.

КФХ башлығы Ольга Ивановна беҙҙе эш барышы менән таныштырҙы.

- Яңы корпус ферма бинаһынан һәм һауыу залдарынан торасаҡ. Эште Удмуртия Республикаһынан төҙөүселәр алып бара. Әлеге ваҡытта металл конструкцияларҙы монтажлау тамамланған. Ҡалғанын тент менән ҡапларға ҡала. Эштәр планлаштырылған ваҡытҡа ярашлы бара. Һыу өсөн ике скважина быраулайҙар. Электр линияһын иҫке фермаға тиклем һуҙғандар. Подрядсы менән яңы корпусҡа тиклем тағы 650 метр электр линияһын үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә был уңыш йыйып алынғандан һуң буласаҡ, сөнки линия баҫыу аша үтәсәк. Ә әлегә генератор менән файҙаланабыҙ. Кәрәкле ҡорамалдар, шул иҫәптән һауыу ҡоролмалары һатып алынған. Улар подрядсы тарафынан корпус төҙөлөп бөткәс ҡуйыласаҡ.

Николай КУЗНЕЦОВ фотолары.

 

Баҡалы фермеры маҡсатына өлгәшә
Баҡалы фермеры маҡсатына өлгәшә
Баҡалы фермеры маҡсатына өлгәшә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: