+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Июль , 15:37

Туймазыла ауыл тренеры бер миллион һумлыҡ сертификатты фатир һатып алыуға тотона

Елена Абдуллина 1-се спорт мәктәбендә самбо буйынса тренер.

Туймазыла ауыл тренеры бер миллион һумлыҡ сертификатты фатир һатып алыуға тотона
Туймазыла ауыл тренеры бер миллион һумлыҡ сертификатты фатир һатып алыуға тотона

Былтыр Радий Хәбиров 1-се спорт мәктәбенең самбо буйынса тренеры Елена Абдуллинаға бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Был сумманы ул «Ауыл тренеры» республика программаһы буйынса алды. Аҡсаһын фатир һатып алыуға тотона.

Елена Вячеславовна самбо буйынса донъя чемпионы Рөстәм Мөхәмәтдиновтың тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә эйә. Ете йыл инде йәш тренер балаларҙы Собханғол ауылында һәм Туймазыла көрәшкә өйрәтә. Секцияла 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге 80-гә яҡын бала шөғөлләнә. Уларҙың күбеһе республика һәм Рәсәй ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Мәҫәлән, быйыл 14 йәшлек Данияр Хузин самбо буйынса Рәсәй беренселегенә һайлап алыу үтте. Ул Башҡортостан һәм Волга буйы Федераль округы беренселеге һәм чемпионаты призеры.

Ошо көндәрҙә Елена Вячеславовна тәрбиәләнеүселәре менән Ҡандракүлдәге «Ватан» лагерында үткән күнекмә йыйылыштарынан ҡайтты. Күнекмәләр 1 августа яңынан башлана.

Башҡортостан Рәсәйҙә «Ауыл тренеры» программаһын тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. Республикала йөҙгә яҡын спортсы ҡаланан ауылға күсеп килә һәм йәштәр өсөн остаз булып китә. «Ауыл тренеры» программаһы тәүгә Башҡортостанда төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән әҙерләнде һәм индерелде. Әгәр элек программала ҡатнашыусыларға 600 мең аҡса түләнһә, 2023 йылдан тренерҙар бер миллион һум ала. Ошо сара арҡаһында райондарға яңы кадрҙар йәлеп итеү мөмкин, ауыл уҡыусылары спорт менән шөғөлләнә ала. Контракт буйынса белгес ауылда кәм тигәндә 5 йыл эшләргә тейеш.

Туймазыла ауыл тренеры бер миллион һумлыҡ сертификатты фатир һатып алыуға тотона
Туймазыла ауыл тренеры бер миллион һумлыҡ сертификатты фатир һатып алыуға тотона
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: