+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Июль , 15:33

Туймазыла 600-ҙән ашыу кеше бушлай һөт кухняһы продукцияһын ала

Тиҙҙән өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтары һатыуға сығарыласаҡ.

Туймазыла 600-ҙән ашыу кеше бушлай һөт кухняһы продукцияһын ала
Туймазыла 600-ҙән ашыу кеше бушлай һөт кухняһы продукцияһын ала

Октябрҙең 70 йыллығы, 9 адресы буйынса «Һөт кухняһы» продукцияһын биреү пунктында һәр ваҡыт халыҡ күп. Бушлай һөт, эремсек, йогурт өсөн бында өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, льгота категорияһына ингән йөклө һәм имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙар килә.

2022 йылда уларға шулай уҡ ирҙәре СВО-ла булған йөклө һәм имеҙгән ҡатындар, өс йәшкә тиклемге балалар өҫтәлә – был Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров индергән махсус операция яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам сараларының береһе.

Гөлнара - өс бала әсәһе - аҙнаһына ике тапҡыр һөт ризыҡтары алырға килә.

Бушлай һөттө ул ике йәшлек улына ала, уның атаһы хәҙер СВО зонаһында хеҙмәт итә.

  • Мин һөт, эремсек һәм йогурт алам, - тип һөйләй күп балалы әсә. - Күп бирәләр, өлкән балаларға ла ҡала.

 

"Һөт кухняһы" продукцияһы даими киңәйә: емеш өҫтәмәләре менән йогурт, татлы эремсек, печенье һатып алырға мөмкин. Тиҙҙән өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтары һатыуға сығарыласаҡ: һөт, ПЭТ-шешәләрҙәге кефир, ҡаймаҡ һәм эремсек. «Һөт кухняһы»н 2019 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән тергеҙелде.

 

 

 

 

Туймазыла 600-ҙән ашыу кеше бушлай һөт кухняһы продукцияһын ала
Туймазыла 600-ҙән ашыу кеше бушлай һөт кухняһы продукцияһын ала
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: