-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
17 Июль , 15:23

Туймазыла ҡала халҡы хакимиәткә яңы автобус туҡталыштары өсөн рәхмәт белдерҙе

Ҡалала биш туҡталыш павильоны яңыртыла.

Туймазыла ҡала халҡы хакимиәткә яңы автобус туҡталыштары өсөн рәхмәт белдерҙе
Туймазыла ҡала халҡы хакимиәткә яңы автобус туҡталыштары өсөн рәхмәт белдерҙе

Социаль селтәрҙәрҙә Туймазы халҡы яңы автобус туҡталыштары ҡуйған өсөн ҡала хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.

"Яңы туҡталыштар өсөн ҙур рәхмәт. Эйе, ябай, әммә бар! Павильондар янында урналар булыуы ҡыуандыра. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡала милкен һаҡлап ҡалыуҙы һәм боҙмауҙы һорайбыҙ», - тип яҙалар социаль селтәрҙә.

Ҡала биләмәһе хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Ирек Шакиров хәбәрсебеҙ менән һөйләшкәндә, Туймазыла биш туҡталыш яңыртылды, тип аңлатты: Мичурин урамында (МФЦ һәм «Магнит» магазины янында), Пушкин, Горький урамдарында.

Туҡталыштарҙы ремонтлау урындағы халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып, ҡала бюджеты иҫәбенә башҡарылған. Шулай уҡ үҙәк туҡталыштар янында дүрт электрон табло ҡуйылған, уларҙа туймазылар һауа температураһын һәм ваҡытын белә аласаҡ. Табло ҡояш батареяларынан эшләй.

Республика менән етәкселек итеүенең башынан уҡ төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район етәкселәренә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу бурысын ҡуйҙы. Был эш төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын үҙ эсенә ала. Биш йыл эсендә Башҡортостанда республиканың тораҡ пункттарында төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп проекттар федераль средстволар йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был  -төбәктең идара итеү командаһының көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Бөтә проекттар ҙа халыҡ ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Социаль селтәрҙәге фото.

Туймазыла ҡала халҡы хакимиәткә яңы автобус туҡталыштары өсөн рәхмәт белдерҙе
Туймазыла ҡала халҡы хакимиәткә яңы автобус туҡталыштары өсөн рәхмәт белдерҙе
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: