+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
15 Июль , 12:45

Туймазы ҡалаһы башлығы урынбаҫары Юлдаш эфирында «Башҡорт ихаталарын» төҙөкләндереү хаҡында һөйләне

10 июлдә Башҡортостан ЮЛДАШ телевидениеһы эфирына «Телеүҙәк» программаһы сыҡты, унда Башҡортостан райондары һәм ҡалалары вәкилдәре ихата биләмәләрен төҙөкләндереү тураһында һөйләне.

Туймазы ҡалаһы башлығы урынбаҫары Юлдаш эфирында «Башҡорт ихаталарын» төҙөкләндереү хаҡында һөйләне
Туймазы ҡалаһы башлығы урынбаҫары Юлдаш эфирында «Башҡорт ихаталарын» төҙөкләндереү хаҡында һөйләне

«Телеүҙәк» программаһында Туймазы вәкиле - ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Шәңгәрәев ҡатнашты. Ул «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе тураһында һөйләне. Башҡортостанда йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров инициаторы булған «Башҡорт ихаталары» программаһы ғәмәлдә булған биш йылда республикала 1326 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелде.

Туймазылар был программаны тормошҡа ашырыуҙа ҙур тәжрибәгә эйә.

160 миллион һумдан ашыу суммаға 45 йорттоң ихаталары төҙөкләндерелгән дә инде. Быйыл тағы бер ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Туймазы ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Шәңгәрәев хәбәр итеүенсә, йыл һайын эштәрҙе башҡарыусылар төҙөкләндереүгә ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырыша.

 

Туймазы ҡалаһы башлығы урынбаҫары Юлдаш эфирында «Башҡорт ихаталарын» төҙөкләндереү хаҡында һөйләне
Туймазы ҡалаһы башлығы урынбаҫары Юлдаш эфирында «Башҡорт ихаталарын» төҙөкләндереү хаҡында һөйләне
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: