+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Июль , 15:35

Туймазыла балалар учреждениеһы директорын ришүәт алыуҙа ғәйепләнеләр

Ғәйепләнеүсе өлөшләтә ғәйепле булыуын таныны.

Туймазыла балалар учреждениеһы директорын ришүәт алыуҙа ғәйепләнеләр
Туймазыла балалар учреждениеһы директорын ришүәт алыуҙа ғәйепләнеләр

Туймазы район-ара прокуратураһы ҡала балалар учреждениеһы директорына ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Уны ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.

Тәфтиш

версияһы буйынса, учреждение етәксеһе өс йыл самаһы үҙенең өс хеҙмәткәренән аҡса ала - дөйөм сумма 298 мең һум тәшкил итә. Бының өсөн директор уларға өҫтәмә түләүҙәр билдәләй. Ғәйепләнеүсе өлөшләтә ғәйепле булыуын таный.

Енәйәт

эше Туймазы район-ара судына ебәрелде.

Туймазыла балалар учреждениеһы директорын ришүәт алыуҙа ғәйепләнеләр
Туймазыла балалар учреждениеһы директорын ришүәт алыуҙа ғәйепләнеләр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: