+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
10 Июль , 17:03

Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек

Республика халҡының башҡорт телендә һөйләшә белгән «Алиса»ға оҡшаш аҡыллы колонка менән файҙаланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килеүе тураһында “Етегән” гәзите биттәрендә яҙып сығарғайныҡ инде.

Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек
Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек

Башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы колонканы  Өфө программисы Айгиз Ҡунафин етәкселегендәге программистар төркөмө уйлап сығарған. «Һомай» тип аталған колонка  башҡорт һәм рус телдәрен аңлай, һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр ҡуйырға, башҡорт аш-һыуы рецептарын таба ала. «Һомай» менән балалар башҡорт телен еңелерәк өйрәнәсәк.

Беренсе аҡыллы колонкалар туған башҡорт теле уҡытылған балалар баҡсаларына тапшырды, һуңынан уларҙы мәктәптәр ҙә алды.

Күптән түгел Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында "Һомай" аҡыллы колонкаһының презентацияһы үтте. Был сарала уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.

Айгиз Ҡунафин “Һомай” аҡыллы колонканың нисек барлыҡҡа килеүе, уның мөмкинлектәре менән таныштырҙы, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә уның менән эшләү алымдарын өйрәтте.
Сарала ҡатнашыусыларға артабанғы эштәрендә ҡулланыу өсөн аҡыллы колонкалар тапшырылды.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова ойошманың эшмәкәрлек йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Проекттың авторы Айгиз Кунафинға һәм уның командаһына уҡытыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлеләр. «Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек”, - тип таралышты улар был саранан.

Ошо осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Айгиз Ҡунафинға беҙ бер нисә һорау бирҙек.

- Мәктәп уҡыусылары аҡыллы колонканы нисек ҡабул итте?

- Тәүге колонкалар балалар баҡсаларына тапшырылды.

Тап бәләкәй балаларға аҡыллы колонка менән танышыу, уға ҡағылыу, уны тыңлау бик ҡыҙыҡлы булды. Иң мөһиме, «Һомай” башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ярҙамсы булараҡ барлыҡҡа килде. Ул бирелгән һорауға ҡыҫҡа һәм дөрөҫ яуап биреү өсөн программаланған. Ә мәктәп уҡыусылары заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында дәрестәр ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ үтеүен баһаланы.

- Уҡытыусыларҙы ниндәй һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы?

- Уҡытыусылар минән, ысынлап та, аҡыллы колонка балаларҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап бирәме, тип һораны. Беҙ тәү сиратта уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла колонка менән файҙаланыуҙың ни тиклем уңайлы булыуын тикшерәбеҙ. Был йүнәлештә артабан эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Сөнки балалар күберәк русса аралаша, Интернетта күберәк рус телендәге мәғлүмәтте уҡый һәм эҙләй. Шуға күрә беҙгә һанлы донъяла мөмкин тиклем күберәк башҡорт телендәге контент булдырыу бурысы тора.

2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Ошо йылдар дауамында был фонд республикабыҙҙың төп дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән күп проекттар булдырҙы.  

- "Һомай" - Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе. Тап ошондай проекттарға ярҙам итеү өсөн булдырҙыҡ та инде. Уҡытыу процесын заманса методикалар һәм технологиялар ярҙамында ҡыҙыҡлы һәм бик мауыҡтырғыс итергә мөмкин, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек
Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек
Башҡорт телен бергәләп үҫтерәйек
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: