+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туймазыла "Башҡорт ихатаһын" төҙөкләндереү буйынса эштәр бара

 Төҙөүселәр иртә таңдан кискә тиклем эш алып бара, ял көндәре юҡ тиерлек.

Туймазыла "Башҡорт ихатаһын" төҙөкләндереү буйынса эштәр бара
Туймазыла "Башҡорт ихатаһын" төҙөкләндереү буйынса эштәр бара

Башҡортостанда «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса быйыл 33 муниципалитетта 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндереләсәк. 

 Туймазыла эштәр апрелдә үк башланды. Быйыл Комаров урамындағы 45, 45/1, 47, 47/1 йорттарҙа йәшәүселәр ихатаны үҙгәртеүҙе көтә. Төҙөүселәр юлдарҙы киңәйтә, тротуарҙар һәм бордюрҙар һала. Эштәрҙе август айында тамамларға планлаштыралар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихаталары» программаһы республикала 2019 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башланы. Ошо йылдар эсендә 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелә. Программаны тормошҡа ашырыуға средстволарҙың күбеһе республика бюджетынан бүленә. Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителә. Эш сифаты белгестәр тарафынан контролдә тотола һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә ала.

 

Проекттың маҡсаты - Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу.

  • "Башҡорт ихаталары" - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Мөмкин тиклем йорт яны биләмәләрен яңыртыуға өҫтәмә аҡса бүлергә тырышасаҡбыҙ.

 

Проектты башлау өсөн халыҡтың теләге генә мөһим. 2024 йылда төҙөкләндереү планлаштырылған ихата биләмәләре исемлегендә республиканың 30-ҙан ашыу районы бар, уларҙың урамдарында ремонт эштәре үткәреләсәк.

 

Туймазыла "Башҡорт ихатаһын" төҙөкләндереү буйынса эштәр бара
Туймазыла "Башҡорт ихатаһын" төҙөкләндереү буйынса эштәр бара
Туймазыла "Башҡорт ихатаһын" төҙөкләндереү буйынса эштәр бара
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: