+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Апрель , 09:50

"Унда трамплинлы урын бар": Туймазыла өс кеше һәләк булған юл транспорт важиғәһе тураһында фекер алышалар

Туймазы районы биләмәһендә резонанслы юл транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

"Унда трамплинлы урын бар": Туймазыла өс кеше һәләк булған юл транспорт важиғәһе тураһында фекер алышалар
"Унда трамплинлы урын бар": Туймазыла өс кеше һәләк булған юл транспорт важиғәһе тураһында фекер алышалар

24 апрелдә киске сәғәт һигеҙҙә М-5 Урал трассаһының 1312-се километрында «FAW» ҙур йөк машинаһы һәм «Ларгус» бәрелешә. Йөк машинаһы менән Өфөлә йәшәүсе 46 йәшлек ир идара иткән, «Ларгус" менән - 43 йәшлек Пенза кешеһе. Уның менән бергә машинала ике кеше була, улар ҙа Пензанан. Берһенә - 46, икенсеһенә 31 йәш. Өсөһө лә һәләк була.

 

БР буйынса эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһында кисә юл транспорт ваҡиғаһына аңлатма бирҙеләр:

"Ларгус" водителе транспорттың юл өлөшөндә урынлашыу ҡағиҙәләрен боҙған. Ҡаршы фура менән бәрелеш була.

Социаль селтәрҙә кешеләр авария тураһындағы хәбәр аҫтында үҙ комментарийҙарын ҡалдырҙы.

 

"Унда соҡорҙар һәм трамплин бар. Был урында бер тапҡыр ҙа йөрөмәгән кеше ошо тигеҙһеҙлекте күрмәйәсәк, һиҙмәйәсәк. Мин дә беренсе тапҡыр ошр ерҙә идара итеүҙе юғалтҡайным», – тип яҙа ВКонтакте Артур.

"Был соҡор янында тиҙлекте сикләү билдәһе тора", - тип яҙа икенсеһе.

«Был билдә тигеҙһеҙлеккә бик яҡын тора. Кем беренсе тапҡыр бара, тиҙлекте ваҡытында кәметә алмай. Тиҙлекте сикләү билдәһенән тыш, унда яһалма тигеҙһеҙлекте лә билдәләргә кәрәк», - тип иҫәпләй Әнүәр.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек, 9 апрелдә, шул уҡ урында «Ивеко» һәм «Лада Гранты» машиналары ҡатнашлығында тағы бер юл транспорт важиғәһе теркәлгәйне.

"Унда трамплинлы урын бар": Туймазыла өс кеше һәләк булған юл транспорт важиғәһе тураһында фекер алышалар
"Унда трамплинлы урын бар": Туймазыла өс кеше һәләк булған юл транспорт важиғәһе тураһында фекер алышалар
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: