Кисә 19 сәғәт тирәһендә М-5 «Урал» трассаһының 1312-се километрында «FAW» йөк машинаһы һәм «Лада Ларгус» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм ике пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була.
Ваҡиға урынында оператив төркөм эшләй. Әлегә һәләк булған өс ир-егет Пензанан икенәне билдәле.
Ваҡиға шарттары аныҡлана.
Ике аҙна элек, 9 апрелдә, ошо уҡ урында «Ивеко» йөк машинаһы һәм «Лада Гранта» машинаһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Еңел автомобиль пассажиры һәләк булды.