+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Апрель , 10:13

Туймазынан терапия бүлеге мөдире Луганск хәрби госпиталендә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә

Туймазы үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире, табип-терапевт Михаил Иванович Павлов апрелдә Башҡортостандан 120-се гуманитар конвой составында Луганскиға юлланды.

Туймазынан терапия бүлеге мөдире Луганск хәрби госпиталендә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә
Туймазынан терапия бүлеге мөдире Луганск хәрби госпиталендә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә

Ул хәрби госпиталгә Туймазы үҙәк район дауаханаһы коллективынан медикаменттар, кер йыуыу машинаһы, ике рация комплекты, компьютер һәм принтерҙар тапшыра.

 

Михаил Иванович Луганск хәрби госпиталендә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡала, әлеге ваҡытта унда уның ҡыҙы, медицина хеҙмәте капитаны эшләй.

Госпиталдә 14 көн эшләү дәүерендә ул 400-ҙән ашыу кешене ҡараны, шул иҫәптән госпиталдең реанимация һәм терапия бүлегендә пациенттарға консультация бирҙә.

Туймазынан терапия бүлеге мөдире Луганск хәрби госпиталендә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә
Туймазынан терапия бүлеге мөдире Луганск хәрби госпиталендә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: