+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Апрель , 10:08

Студент билеттарын һәм зачет кенәгәләрен электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин

25 апрелдә Рәсәйҙә студент билеттарын һәм зачёт кенәгәләрен электрон төргә күсереү буйынса эксперимент башлана. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Эксперимент 2025 йылдың аҙағына тиклем бара.

Студент билеттарын һәм зачет кенәгәләрен электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин
Студент билеттарын һәм зачет кенәгәләрен электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин

Пилот проекты ирекле нигеҙҙә бойомға ашырыла, ул колледж һәм юғары уҡыу йорто студенттарына, шулай уҡ ординаторҙарға һәм аспиранттарға ҡағыла. Уларҙың уҡыуын раҫлаған документтар электрон төргә күсерелә, һуңынан дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта һәм мобиль ҡушымтала QR-код рәүешендә барлыҡҡа килә. Электрон документтарҙы тимер юл һәм башҡа йәмәғәт транспортына, театрҙарға, музейҙарға, кино һәм концерт залдарына ташламалы билеттар һатып алыу, шулай уҡ уҡыу йортона инеү өсөн файҙаланырға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта ҡағыҙ документтар ҙа ғәмәлдән сығарылмай. Студенттар уларҙың һәр ҡайһыһын ҡулланырға хоҡуҡлы.

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-22/studencheskie-bilety-i-zachetnye-knizhki-mozhno-budet-pred-yavlyat-v-elektronnom-vide-3737302

Студент билеттарын һәм зачет кенәгәләрен электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин
Студент билеттарын һәм зачет кенәгәләрен электрон төрҙә күрһәтергә мөмкин
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: