+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
17 Апрель , 14:56

Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты

Осрашыу ҡаланың 4-се мәктәбендә үтте.

Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты
Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты

Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә сираттағы «Уңыш нигеҙе» тематик осрашыуы үтте. Уҡыусыларға ҡунаҡҡа танылған башҡорт блогеры, спортсы Рөстәм Нәбиев килде.

 

Рөстәм Нәбиев сығышы менән Саҡмағош ауылынан. 2015 йылда армия хеҙмәтендә егет менән фажиғә була. Һалдаттар йәшәгән казармала ҡыйығы емерелеп төшә. Набиев емереклектәр аҫтында ҡала. Травмалары арҡаһында табиптарға егеттең ике аяғын да ампутацияларға тура килә. Ул - беренсе төркөм инвалиды. Ошоға ҡарамаҫтан, Набиев оптимизм һаҡлай һәм социаль селтәрҙәрҙә уның тормошон күҙәткән миллионлаған кешене үҙенең өлгөһө менән дәртләндереп тора. Ул бәхетле ғаилә башлығы, ике ҡыҙ тәрбиәләй, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә һәм донъялағы иң бейек тауҙарҙына менә.

 

Рөстәм Туймазыға тәүге тапҡыр килеүен әйтте. Уҡыусылар ҡунаҡҡа бик күп һорауҙар бирҙе. Ул уҡыусыларға үҙенең бала сағы, уҡыуы, яратҡан уҡытыусылары һәм мәктәп предметтары тураһында һөйләне. Һуңынан аяҡтарын ампутациялағандан һуң тормошоноң нисек үҙгәреүе, яҡындарының ярҙамы тураһында һөйләшәне.

 

Балалр уның тауға күтәрелеүе тураһында ҡыҙыҡһынды.

 

- 2020 йылда альпинистар командаһы мине Эльбрусҡа күтәрелергә саҡырҙы, - тип һөйләй Набиев. - Беҙ унда нисек күтәреләсәгебеҙҙе лә белмәй инек. Үҙ-үҙеңә, мөмкинлектәреңә ышаныу өмөтләндерә. Мин махсус санала күтәрелергә тейеш инем, әммә уға ултырғас, эш бармаясағын аңланым. Осраҡлы рәүештә боҙ киҫеүсе инструметҡа күҙ төштө, ҡулҡа алдым. Һәм шулай менеп була икәнен аңланым. Бик ауыр булды, әммә мин быны булдырҙым.

 

Шул ваҡыттан алып Набиев өс тапҡыр Эльбрусҡа күтәрелә, донъялағы иң бейек тауҙарҙы – Килиманджаро, Монаслу, Аконкагуаны яулай. Быйыл ул Ҡытайҙа һигеҙ меңлек Чо-Ойюға күтәрелергә ниәтләй. Шулай уҡ альпинист Анктарктида тауҙарына барып, Эверестҡа менергә хыяллана.

 

Осрашыу Космонавтика көнөдә үтте, шуға күрә балалар Набиевтың йыһанға осорға теләге тураһында ҡыҙыҡһындылар.

 

- Мин быны теләп кенә ҡалмайым, мотлаҡ эшләйәсәкмен, - тине ул. - НАСА-ның «Йыһанға осасаҡ 100 уникаль кеше» проекты бар, мин был исемлеккә индерелгән. Донъя ваҡиғалары арҡаһында был проект ваҡытлыса кисектерелә, әммә яҡын киләсәктә ул яңынан эшләй башлар һәм мин үҙ хыялымды тормошҡа ашырырмын тип өмөтләнәм.

 

Альпинист балаларға үҙ-үҙеңә ышанырға, маҡсатыңа барырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә һәм тормошто яратырға кәрәклеген һөйләне. Уҡыусылар билдәле блогерға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләне. Ҡыҙҙар хеҙмәт дәрестәрендә уның өсөн Ғаилә йылы символы сувениры эшләне. Ә рәссам - туғыҙынсы класс уҡыусыһы Гордей Тиглев Рөстәм Нәбиевҡа уның портретын бүләк итте. Егет уны бер кистә, осрашыу тураһында белгәс, яҙа.

  • Бик шәп! Һин талантлы егет! - тине блогер.

 

Уҡыусылар уның менән иҫтәлеккә фотоға төштө, автографтар алды һәм осрашыуы өсөн рәхмәттәр әйтте.

 

 

Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты
Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты
Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты
Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты
Туймазыла блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиев уҡыусылар менән осрашты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: