+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
16 Апрель , 17:13

Туймазы районында ҙур маскировка селтәре үрелде

Маскировка селтәренең майҙаны 144 квадрат метр тәшкил итә.

Туймазы районында ҙур маскировка селтәре үрелде
Туймазы районында ҙур маскировка селтәре үрелде

Татар-Олҡан ауылының маскировка селтәрҙәрен үреү пунктында махсус заказ әҙерләү тамамланды – бында 144 квадрат метр майҙанда селтәр үрелде.

 

— Бындай ҙур селтәрҙе тәүгә әҙерләнек, - ти пункт кураторы Рәшиҙә Фәттәхова. - Уны әҙерләүгә 12 көн ваҡыт китте.

 

Уҙған йылдың ғинуарында Татар-Олҡан ауылында маскировкға селтәрҙәре үреү пункты барлыҡҡа килде. Башта ул урындағы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлаша, һуңынан ауыл мәктәбенең буш торған кабинетына күсә. Шул ваҡыттан алып бында 250-гә яҡын селтәр етештерелгән һәм СВО зонаһына ебәрелгән.

 

Пунктта 10 ирекмән ҡатын-ҡыҙ эшләй, барыһы ла пенсия йәшендәге. Фәрдүнә Фәтхетдиноваға 76 йәш. Пенсияға тиклем балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире, медпунктта санитарка булып эшләй. Бында кисәге уҡытыусылар, һауынсы, бухгалтер бар.

 

– Беҙ барыбыҙ ҙа ошо ауыл халҡы, - тип дауам итә Фәттәхова. - Ҡайһы берҙә беҙгә Аҙнағол ауылынан ирекмәндәр килә.

 

Беҙгә ауылдаштарыбыҙ әүҙем ярҙам итә. Ауыл клубы хеҙмәткәре Фидан Ғафиәтуллин маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн ағас баҫҡыс эшләне, ә Хәлил Батыров туҡыманы киҫеү өсөн ҡоролма эшләйне.

 

Эш өсөн кәрәкле материалдарҙы Татар-Улҡан, Аҙнағол, Түбәнге Сарҙыҡ, Үрге Сарҙыҡ, Бикмәт ауылдары халҡы йыйған аҡсаға һатып алабыҙ. Бағыусылар ҙа ярҙам итә.

 

 

Туймазы районында ҙур маскировка селтәре үрелде
Туймазы районында ҙур маскировка селтәре үрелде
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: