+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
9 Апрель , 10:50

Туймазы районында һәләк булған командирҙы бөтә ауыл менән оҙаттылар

Илнар Зәйҙуллин уҙған йылдың көҙөндә СВО зонаһына юлланды.

Туймазы районында һәләк булған командирҙы бөтә ауыл менән оҙаттылар
Туймазы районында һәләк булған командирҙы бөтә ауыл менән оҙаттылар

Туймазы районының Төпкилде ауылында март башында Авдеевка өсөн һуғышта һәләк булған 40 йәшлек Илнар Зәйҙуллин менән хушлашыу митингыһы үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны һуңғы юлға оҙатырға яҡындары, дуҫтары һәм ауылдаштары килде.

Илнар Нурсәйет улы һигеҙенсе кластан һуң ПТУ-ға уҡырға инә, унда тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Колхозда 17 йәшенән эшләй башлай. Башта комбайнсы ярҙамсыһы, һуңынан комбайнсы була. Райондың төрлө агрофирмаларында йөк машиналары һәм тракторҙар водителе, иретеп йәбештереүсе һәм автослесарь булып эшләй. Ауыл халҡы уны алтын ҡуллы кеше тип иҫләй.

 

Һуңғы ваҡытта Зәйҙуллин ҙур булмаған малсылыҡ хужалыҡтарының береһендә механизатор булып эшләй.

 

2011 йылда ул ҡатыны менән Төпкилделә йорт һатып ала, шул уҡ ваҡытта уның улы тыуа.

 

- Былтыр сентябрҙә Илнарҙың СВО зонаһына йыйыныуын белдек, - ти  ауылдаштарының береһе. –Йорт хужалығында бөтә эштәрҙе тамамлай, профнастилдан яңы ҡойма ҡуя, ә октябрҙә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Уны штурмлау ротаһының отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Зәйҙуллиндың подразделениеһы Авдеевка эргәһендәге ВСУ позицияларын бер нисә тапҡыр штурмлауын ишеттем.

 

Быйыл март башында унан хәбәр килмәй башлай, ә бер нисә көн элек Төпкилде халҡы яҡташының батырҙарса һәләк булыуын белде.

 

Илнар Зәйҙуллинды Батырлык орденына тәкъдим ителде

Награда хәрбиҙең ғаиләһенә һуңыраҡ тапшырыласаҡ.

 

Туймазы районында һәләк булған командирҙы бөтә ауыл менән оҙаттылар
Туймазы районында һәләк булған командирҙы бөтә ауыл менән оҙаттылар
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: