+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
5 Апрель , 12:52

Өфөлә Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың ҡыҙҙары ла театр сәхнәһенә сыҡты

Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың балалары күренекле ижади ғаиләнең традицияларын дауам итә. Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында танылыу яулаған яҡташтарыбыҙҙың ҡыҙҙары сәхнәгә сыҡты. Был легендар башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың хәтер кисәһенең тулҡынландырғыс мәле булды.

Өфөлә Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың ҡыҙҙары ла театр сәхнәһенә сыҡты
Өфөлә Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың ҡыҙҙары ла театр сәхнәһенә сыҡты

Асҡар Абдразаҡовтың 8 йәшлек ҡыҙы Аиданы опера һәм балет театры спектаклдәрендә йыш күрергә мөмкин. Ә Илдар Абдразаҡовтың ҡыҙҙары - 7 йәшлек Рианна, 6 йәшлек Александра әлеге сарала ҡатнашыу өсөн Өфөгә ата-әсәһе менән килгән.

— Беҙ олатайымдың студияла кино төшөргәнен беләбеҙ. Төрлө инструменттарҙа уйнаған, скрипкала үҙе уйнарға өйрәнгән. Беҙҙең шкафтағы кәштәлә олатайымдың скрипкаһы тора, - тине Рианна менән Александра.

Саша ла музыка мәктәбендә скрипкала, ә Рианна фортепианола уйнай һәм йырларға ярата. Буш ваҡыттарында ҡыҙҙар атаһы менән бергә музыка менән шөғөлләнә.

— Минеңсә, хәтер кисәһендә ҡыҙҙар олатаһы тураһында тағы ла күберәк белә. Был юлы ҡыҙҙарға Салауат Юлаев һәйкәлен күрһәтергә уйлайбыҙ. Бәләкәй саҡтарында барғайнылар, хәтерләмәйҙәр инде, — ти Марика Абдразаҡова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» легендар башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың хәтер кисәһенән репортаж баҫтырып сығарҙы. Ағалы-энеле залда ултырған тамашасылар менән бергә йырланы, кисә дауамында Әмир Ғәбделмән улы иҫкә алды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-04-04/v-ufe-vmeste-s-askarom-i-ildarom-abdrazakovymi-na-stsenu-teatra-vyshli-ih-dochki-3713387

Өфөлә Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың ҡыҙҙары ла театр сәхнәһенә сыҡты
Өфөлә Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың ҡыҙҙары ла театр сәхнәһенә сыҡты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: