+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
3 Апрель , 10:48

Туймазы ансамбле төбәк-ара конкурс призеры булды

Ижади бәйге Башҡортостандың Бишбүләк районында үтте.

Туймазы ансамбле төбәк-ара конкурс призеры булды
Туймазы ансамбле төбәк-ара конкурс призеры булды

Республиканың Бишбүләк районында үҙешмәкәр халыҡ ижады коллективтары араһында «Рух. Д'арт. Мон» төбәк-ара татар мәҙәниәте фестивале үтте.

 

Конкурста Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур өлкәһенән һәм Пермь крайынан 142 коллектив ҡатнашты.

 

Туймазы районынан фестиваль-конкурста «Дуҫлыҡ» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле сығыш яһаны.

Ансамбль ағзалары «Инструменталь ижад» номинацияһында сығыш яһаны, һәм III дәрәжә лауреат исемен алды.

 

Коллективҡа өс йыл, унда оло йәштәге 17 кеше шөғөлләнә. Уларҙың береһенең дә музыкаль белеме юҡ. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, улар музыка ҡоралдарында уйнай, ә коллектив етәксеһе Тәғлилә Гузина йырҙар ҙа яҙа.

Туймазы ансамбле төбәк-ара конкурс призеры булды
Туймазы ансамбле төбәк-ара конкурс призеры булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: