-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
3 Апрель , 11:09

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында ҡоштарҙы Өфө орнитологы менән бергә иҫәпләйҙәр

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы экологы Ирина Сабирова һүҙҙәренсә, тәбиғәт паркында ҡоштарҙың 237 төрө йәшәй.

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында ҡоштарҙы Өфө орнитологы менән бергә иҫәпләйҙәр
«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында ҡоштарҙы Өфө орнитологы менән бергә иҫәпләйҙәр

Уларҙың 22-һе Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Яҙғы йылылыҡ менән бында ҡоштар ҡайта. Аҡҡоштар осоп килгән дә инде.

 

– Ҡандракүлгә һигеҙ пар аҡҡош ҡайта. Эш шунда: аҡҡоштар бер-береһенә тығыҙ оя ҡора алмай. Парҙар парҙан ике-өс километр алыҫлыҡта йәшәй. Әгәр улар яҡыныраҡ йәшәһә, конфликттар тыуа, сөнки аҡҡоштар үҙ территорияһын үҙ төрөнән һаҡлай, - ти Ирина Флюровна. - Бер пар беҙгә 10 йыл рәттән килә. Улар бер урында оя ҡора, тик иҫке ояһын бер аҙ төҙәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр был парҙың себештәре булманы. Орнитологтар аңлатыуынса, улар ҡартайған.

Ошо көндәрҙә беҙҙә «Өфө ҡалаһы ҡоштар атласы» проекты координаторы, орнитолог Эльза Ғәббәсова булды. Ул беҙгә килгән ҡоштарҙы күҙәтә. Һуңынан беҙ бергәләп Ҡандра мәктәбе уҡыусылары өсөн Халыҡ-ара ҡоштар көнөнә арналған сара үткәрҙек.

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында ҡоштарҙы Өфө орнитологы менән бергә иҫәпләйҙәр
«Ҡандракүл» тәбиғәт паркында ҡоштарҙы Өфө орнитологы менән бергә иҫәпләйҙәр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: