+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
29 Март , 10:44

Туймазы халҡы Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығын билдәләй

Ул 23 марттан 31 мартҡа тиклем бара.

Туймазы халҡы Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығын билдәләй
Туймазы халҡы Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығын билдәләй

Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы – балалар китабын танытыу буйынса иң ҙур сара. Быйыл акцияның девизы: «Ғаилә уҡый - ил уҡый".

 

Көн һайын Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы китапханаларында йәш уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы, танып белеү саралары үткәрелә: китап турнирҙары, квестар, әҙәби-уйын программалары, ғаилә бенефистары, әҙәби сәйәхәттәр.

 

Балалар китаптар хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлаша, яратҡан әҙәби геройҙары хаҡында һөйләй, интерактив викториналарҙа ҡатнаша, шиғырҙар, хикәйәләр уҡый, йырлай һәм хатта бейей, тип хәбәр итте үҙәк китапхананың мәғлүмәт-библиография бүлеге хеҙмәткәре Әлфиә Замалетдинова.

Туймазы халҡы Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығын билдәләй
Туймазы халҡы Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығын билдәләй
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: