+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
28 Март , 09:36

Килен. Кем ул, килен?

Ошо һүҙ эсендә шундай тәрән мәғәнә ята. Ул – ир балаңдың яратҡан яртыһы, бергә тормош ҡороп, балалар үҫтереп йәшәү  өсөн  һайлаған һөйгән йәре.

Килен. Кем ул, килен?
Килен. Кем ул, килен?

Ә ир-егеттең ата-әсәһе өсөн  ғаиләнең яңы ағзаһы. Килен, минеңсә, кил, килеп ин, тигән мәғәнәне аңлата һымаҡ. Кил, ин, ошонда ерегеп, улым менән матур тормош ҡор. Ысынлап та, минең өсөн килен, ул улымдың тормош иптәше, баламдың балаһының әсәһе, ә беҙҙең өсөн ул ҡыҙыбыҙ  һымаҡ. Кәңәшләшеп, бер һүҙҙән булып, тормош арбаһын бер төптән тартып йәшәһәң генә ғаиләлә  татыулыҡ, берҙәмлек булалыр ул. Юҡҡа ғына, килен – ҡәйнә бауырынан яралған, тимәйҙәр бит.

    Белгәнемде киленемә өйрәтергә тырышам, ипләп кенә, уның күңелен китмәй генә. Сетерекле мәсьәләне бергәләп сисәбеҙ, теге йәки был эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ. Шул мәлдә ул үҙе лә өйрәнә, эштең дә рәте була. Ә ҡайһы саҡта, киреһенсә, киленем мине өйрәтә, ипле генә аңғарта, һуңынан да килеп сыҡҡанмы, юҡмы тип, күҙәтеп, төҙәтеп ебәрә. Бына шул саҡта ғына килен – ҡәйнә араһындағы ептәр ныҡлы булалыр. Хәйер, балаларыбыҙ татыу, берҙәм, шат йәшәһә, беҙгә, ата-әсәләргә башҡа бер нимә лә кәрәк түгел, сөнки ошо үҙе ҙур бәхет. Бөгөн күптәр килендәрен исеме менән атай, кемдер ҡыҙым, ти. Икенселәр иһә, ата-баба йолаларын теүәл тотҡан, уны киләсәк быуынға еткерергә тигән ниәт менән ғүмер итеүселәр, боронғоса, матур, ипле итеп килен, ти.

    Башҡорт халыҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Уларҙың һәр береһе нимәгәлер кинәйә, нигәлер өйрәтә, һәр береһендә тәрән мәғәнә ята. Ошоно һәм йолаларҙы һаҡлау, тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү ниәтенән Туймазы  районында быйыл 3-сө тапҡыр бик матур сара үткәрелә. Ул – “Йәш килендәр” этно-фольклор конкурсы. Райондаың һәр ауылынан 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнаша ала унда. Проекттың авторы  ауыл клуб-ара ситемаһы директоры Гөлнар Сабирова.  Уның әйтеүенсә, беренсе уйы , тап төньяҡ-көнбайыш башҡорттары килендәренең кейемен тергеҙеү. Сөнки улар башҡа төбәк башҡорттарыныҡынан ҡырҡа айырыла. Һәм башҡорт милли кейеме буйынса фестивалдәр, саралар ойошторола башлағас, ниәтен тормошҡа ашырырға булып, 1-се этно-фольклор фестивален ойошторалар. Хәҙер был байрам ике йыл бер үткәрелә.

     Быйыл, "Йәш килендәр" этно-фольклор конкурсы 5 Мартта, Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан,  Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда 3-сө тапҡыр үтте. Матур сарала район ауылдарының йәш,дәртле,уңған, етеҙ килендәре ҡатнашты.Улар үҙҙәренең ғаиләләре,йәшәү рәүеше һәм эш-шөғөлдәре менән таныштырҙы. Улар сараға ентекле әҙерләнеп, башҡот халҡының йолаларын да күрһәтте. Сағыу видео-презентациялар аша уларҙың тормошо, бөгөнгө йәшәйеше  күҙ алдына баҫты. Конкурстың икенсе өлөшөндә килендәрҙең һәр береһе йыр,бейеү йә иһә шиғырға маһирлығын күрһәтте. Ошонда асыҡланды ла индеТуймазы килендәренең телгә, сәнғәткә оҫта, ғашиҡ икәне. Жюри ағзалары һәм килгән ҡунаҡтар, тамашасылар үҙҙәре өсөн дә асыш яһаны – кемдер ижад менән шөғөлләнә икән – шиғырҙар яҙа. Байрам барышында һәр килендең аш-һыуға,бәйләмгә оҫта икәнлеге билдәле булды. Нимәләр генә бешермәгән улар – сәк-сәк, ауыҙҙа иреп торған ҡоймаҡ, ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый, һанап бөтөрөрлөк түгел ине. Ә ҡул эштәрен күргәс иҫтәребеҙ китте – кемдер матур-матур ҡулъяулыҡтар сиккән, икенселәр биҙәкләп ойоҡбаштар, кофталар, хатта ҡурсаҡтар  бәйләгән.

Йәш килендәрҙең ғаиләһен, тормош иптәшен, ә иң мөһиме, ҡәйнәләрен маҡтауы иғтибарға лайыҡ булды. Сөнки берәүгә лә сер түгел, бөгөн күптәр ҡәйнәләре, бейемдәре менән аралашмай, хатта һөйләшмәй йәшәй. Килендәрҙең һәр береһе ошо ҡул эштәрен эшләгәндә, аш-һыу әҙерләгәндә бейем-ҡәйнәләренең ярҙамын тойоуын, уларҙың кәңәштәрен тотоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был хаҡта һөйләгәндә уларҙың күҙҙәренән  йылы мөнәсәбәт, осҡон сәслеүе күп нимә хаҡында аңғарта  ине.  

Конкурс положениеһы буйынса  призлы урындар һәм Гран-при, шулай уҡ "Уңған килен", "Оҫта бейеүсе килен", "Ипле килен","Егәрле килен" кеүек номинациялар һәм ауыл биләмәһенән махсус приздар ҡаралған ине. 1-се урынды Дуҫлыҡ ауылынан Миләүшә Шайдуллина,2-се урынды Ҡандра ауылынан Айгөл Таһирова, 3-сө  урынды Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы килене Айгөл Шайдуллина алып ҡыуанһа, Ҡандракүл ауылы килене Лиана Зәйнутдинова Гран-приға лайыҡ булды.  Йәш килендәрҙең сығышын абруйлы жюри ағзалары – район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов, урындағы башҡорт ҡоролтай рәйесе Дамир Ибраһимов, ауыл клуб-ара ситемаһы директоры Гөлнар Сабирова, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова, этнограф,"Тамға" ижади берләшмә етәксеһе Зөлфиә Краснова, тарихсы Альберт Исмаил баһаланы. Байрамда ҡатнашыусы һәм тамашасы яҙ һулышын тойоп,күңел күтәрелеше,дәрт,дартман алып ҡайтты саранан.

Был матур  байрам тәьҫораты аҫтында оҙаҡ уйланып йөрөлдө. Ысынлап та, ошондай саралар, тап башҡорт милли йәшәйешенә арналған байрамдар, бәйгеләр йыш үткәрелһә, атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр йолалары, улар лөғәте тергеҙелер, киләсәк быуынға еткерелер ине. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн күп йәштәребеҙ боронғоға мөккибән, заманса кейемдәренә милли стилдәге биҙәктәр һалып кейеүселәр күбәйҙе. Ошо юҫыҡта тағын да дәртлерәк, бирелеп эшләһәк, һөҙөмтә булыр, ҡыуандырыр.

   Гөлмирә БИКБУЛАТОВА

 

 

Килен. Кем ул, килен?
Килен. Кем ул, килен?
Килен. Кем ул, килен?
Килен. Кем ул, килен?
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: