+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Март , 11:11

«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...

Беҙҙең күлдәктәрҙе мода подиумдарында күрһәтергә кәрәк

«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...
«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...

Бер йыл элек Асҡын районында Ҡашҡа ауыл Советы, район ҡоролтайы “Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем, биҙәүестәрҙә” тигән төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған  семинар үткәрә. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында Туймазынан этнодизайнер,"Тамға"ижади берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Краснова ла була.

Зөлфиә Рәшит ҡыҙы етәкләгән ойошма Башҡортостан Республикаһының матди мәҙәниәтен өйрәнеү өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ижади берләшмә белгестәре традицион кейемдең локаль үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Шуға күрә Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Асҡын мәҙәниәт йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан күргәҙмә экспонаттарын иғтибар менән ҡарап сыға.

-        Беҙгә милли мәҙәниәтебеҙ менән ғорурланырға, кейемдәребеҙҙең үҙенсәлектәрен асыҡларға, һаҡларға һәм мотлаҡ Рәсәй һәм сит ил фестивалдәрендә, мода подиумдарында күрһәтергә кәрәк, - тине ул үҙ сығышында. Сөнки ошо кейемдәр аша беҙ мәҙәни мираҫыбыҙҙы киләһе быуынға тапшыра алабыҙ. 

 

Милли кейем коллекцияһы булдырыу – күптәнге хыял

 

Был сарала Ҡашка урта мәктәбенән дә уҡытыусылар ҡатнаша һәм улар үҙҙәренең төбәгенә генә хас булған милли кейемдәр тегергә кәрәк, тигән уй менән дәртләнеп ҡайта форумдан.

Был эште башҡарып сығыу өсөн шарттар ҙа тыуа - Асҡын районының "Баяр-тау" хәйриә фондының "Туған телдә һөйләшәбеҙ һәм аралашабыҙ" проекты Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеү яуланы.

  • Проект 2023 йылдың 1 сентябренән 2024 йылдың 31 майына тиклем Ҡашҡа урта мәктәбе базаһында ғәмәлгә ашырыла. Мәктәптә беренсе сиратта тыуған телебеҙҙе, шулай уҡ халыҡ фольклорын, гөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейемдәрен, өйрәнеү өсөн үҙәк асылды. Республика Башлығы фондынан бирелгән матди ярҙам ошо төбәккә генә хас булған милли костюмдарҙың коллекцияһын булдырыу тигән изге уйҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булды, - ти проект етәксеһе Риваль Сәлимов.

 

Костюмдар сағыу, бай төҫтәр менән балҡып тора

 

- ...Күршелә уникаль кешеләр йәшәне - Руза һәм Мәжит Әхмәҙишиндар. Аралашып йәшәнек. Бер күрешкәндә Руза апай миңә бер төйөнсәк элекке кейемдәр биреп сығарҙы, “Балам, был әйберҙәрҙе һаҡлаһаң, һин һаҡларһың”, - тип һөйләй  Ҡашҡа ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Люзиә Ғәлиәкбәрова. -Проектта ошо кейемдәрҙе яңыртып, йәштәргә күрһәтергә, киләсәк быуындарға биреп ҡалдырырға мөмкинлек тыуҙы. Был планды тормошҡа ашырыу өсөн беҙ Туймазы дизайнеры Зөлфиә Красноваға мөрәжәғәт иттек. Милли кейемдәрҙе тегеүҙе беҙ, дизайнерҙар менән бергә, Руза һәм Мәжит Әхмәҙишиндарҙың һәм Васбиә Фетҡолованың ғаилә ҡомартҡылары менән танышыуҙан башланыҡ. Ошо ғаиләләрҙә һаҡланған кейем өлгөләрен ентекләп өйрәнгәс, Зөлфиә Краснова эшкә тотондо. Шунан һуң ул ҡатын-ҡыҙҙар күлдәктәре, алъяпҡыстар, ирҙәр күлдәге, ыштан, түбәтәй, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр камзолдарының эскиздарын тәҡдим итте.

Проектҡа Туймазы ҡалаһынан тегеүселәр Динәриә Шарафутдинова һәм Ләйсән Ғәниева ла ҡушылды. Малайҙар өсөн баш кейеме – түбәтәйҙәрҙе - этностилдә заманса аксессуарҙар тегеү оҫтаһы Айгөл Сайфуллина текте. Дизайнер һәм оҫталар туҡымаларҙы, туҡыма төҫтәрен, тейешле төймәләрҙе һәм коллекцияның башҡа элементтарын һайлауға бик етди ҡараны. Шуға ла был костюмдар сағыу, бай төҫтәр менән балҡып тора ла инде.

Ниһайәт, ошо көндәрҙә коллекция әҙер булды.

-        Беҙ бергә 65 йыл, ҡайһы берҙәре 80 йыл элек тегелгән, тик беҙҙең яҡтарға ғына хас булған кейем коллекцияһының яңы вариантын булдыра алдыҡ. Руза һәм Мәжит Әхмәҙишиндарҙың коллекцияһынан башҡа, фотографиялар буйынса 1900 йылда Ҡашҡа ауылында тыуған Шакиръянова Әсҡәпъямал  инәйҙең дә күлдәген һәм альяпҡысын тергеҙҙек. Яңы коллекциялағы камзол Мәжит бабай кейгән (камзул – “елткә” диалект) кейеме нигеҙендә тергеҙелгән. Был камзолды ла заманында Руза апай үҙе теккән. Шуға ла беҙ кейем коллекцияһын ғорурланып, «Руза һам Мәжит» тип атаныҡ. Сөнки Руза апай һәм Мәжит ағай Гөмбә ауылының абруйлы кешеләре булды. Сәләмәт тормош алып барҙы улар.

-        «Руза һәм Мәжит» коллекцияһы биш пар ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кейеменән тора. Был этнографик костюмдарҙы беҙ милли байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡулланасаҡбыҙ. Ошо костюмдар балаларға тыуған яҡты өйрәнеү һәм этник материалдар йыйыу һәм ғилми-эҙләнеү эшмәкәрлеген дауам итеүҙә этәргес булып торасаҡ, тип уйлайым. Улар төрлө конференцияларҙа, театр-фольклор конкурстарында, күргәҙмәләрҙә Асҡын районының Гөмбә һәм Ҡашҡа ауылдарына ғына хас булған яңы этнографик костюмдарҙа сығыш яһар, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Люзиә Әхәт ҡыҙы. – Был  коллекция, һис шикһеҙ, беҙҙең ғорурлыҡ һәм киләсәк быуындар өсөн мәҙәни мираҫты һаҡлау мөмкинлеге лә. Ярты йыл эсендә беҙ этнодиайнерҙар менән ҙур эш башҡарҙыҡ. Ауыл халҡы беҙҙең костюмдарға ҡарай ҙа, ысынлап та, бындай кейемдәрҙә беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ йөрөй ине бит, тип һоҡлана. Туймазы оҫталары менән берлектәге команда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейгән кейемде тергеҙә алды.  Ҙур рәхмәт уларға!

 

Тарихҡа байҡау:

Руза һәм Мәжит Әхмәҙишиндар ғаиләһе коллекцияһындағы ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр кейеменең оригиналдарын Руза апай үҙе тегә. Коллекциялағы күлдәктәрҙең береһе, уның 1958 йылда әсәйенә тегеп биргән ебәк күлдәккә ҡарап тегелде. Руза апай шулай уҡ үҙенә бирнәгә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына ғына хас булған үҙенсәлекле тегеү ысулы ҡулланып, алъяпҡыс, күлдәк, буласаҡ иренә, уның туғандарына бүләккә тегелгән, сигелгән әйберҙәр әҙерләй. Алъяпҡыс – ошо төбәк башҡорттарында иң ҡиммәтле кейем элементы тип һаналған. Руза апай үҙенең никахына тип 1960 йылда алъяпҡыс тегә. Был алъяпҡыс ғаилә ҡомартҡыһы тип һанала, ғүмер буйы Әхмәҙишиндар ғаиләһен бәлә-ҡазанан һаҡлай. Коллекциялағы бер алъяпҡыстың төп  оригиналы булып ошо алъяпҡыс һанала.

 

 

«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...
«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...
«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...
«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...
«Руза һам Мәжит» коллекцияһы тарихы 65 йыл элек башлана...
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: