+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
20 Март , 16:42

Туймазы районында йәшәүсе ир СВО зонаһына 140 банка тушенка ебәргән

Имән-Күпер ауылы кешеһе Рәмзил Муллағәлиев тотош бер үгеҙҙең итен консерва яһарға ҡуллана.

Туймазы районында йәшәүсе ир СВО зонаһына 140 банка тушенка ебәргән
Туймазы районында йәшәүсе ир СВО зонаһына 140 банка тушенка ебәргән

Һалдат аҙығын өй ризығы менән сағыштырып булмай. Шуға күрә туймазылар СВО-ла хеҙмәт иткән яҡташтарына тәмлерәк аҙыҡ ебәрергә тырыша. Үҙ ҡулдары менән туралған туҡмас, сәк-сәк, бал ебәрәләр. Күптән түгел Туймазы яугирҙәре Имән-Күпер ауылы кешеһе Рәмзил Муллағәлиев әҙерләгән 140 банка һыйыр ите тушенкаһын алды.

 

Рәмзил Рөстәм улы 15 йыл мал һәм аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Фермерҙың даими һатып алыусылары ла бар.

 

– Тирә-яҡтағыларҙың егеттәргә нисек тә булһа ярҙам итеүен күрәм бит, - ти Рәмзил Рөстәм улы. Кемдер селтәрҙәр бәйләй, шәмдәр эшләй, посылкалар ебәрә. Ә мин ит етештерәм - яҡшы, майлы. Ниңә яугирҙарҙы һыйламаҫҡа?

 

Фермер таныштары һәм туғандары буйынса банкалар йыя, ҡапҡастар һатып ала. Ярҙамға туғандарын саҡыра. Әсәйем – 75 йәшлек Миңзилә Миңлебай ҡыҙы ла ярҙам итте.

 

200 килограмм иттән 140 банка тушенка килеп сыға. Уны эшләү өсөн ике көн кәрәк була.

 

Туймазы районында йәшәүсе ир СВО зонаһына 140 банка тушенка ебәргән
Туймазы районында йәшәүсе ир СВО зонаһына 140 банка тушенка ебәргән
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: