+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
31 Март 2023, 15:14

Бындай егеттәр менән ғорурланырға була!

Альфред Вәлиев хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнде.

23 йәшлек Альфред Вәлиев,  Баҡалылағы 1-се мәктәптең элекке уҡыусыһы, Өфө политехник тимер юл колледжын тамамлағандан һуң, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла, шунда уҡ контракт төҙөй.

          Махсус хәрби операцияла башынан уҡ ҡатнаша, хеҙмәтен сапёр - пулемётсы вазифаһында үтә. Сапёрзар араһында "Сапёр бер генә тапҡыр яңылыша" тигән әйтем бар. Эштәре хәүефле, шуға күрә улар айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Бәхетенә күрә, Альфред Радик улы бер тапҡыр ҙа яңылышмаған, батырлыҡ эшләгән һәм шундай юғары бүләккә лайыҡ булған.

          Жуков миҙалы уға Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн бирелә. Был инде А. Вәлиевтың икенсе миҙалы, элегерәк ул "За разминирование" миҙалы менән бүләкләнгән була.2022 йылдың сентябрендә контракт срогы сыҡҡандан һуң демобилизациялана.

          "Бындай егеттәр үҫеп килеүсе быуынға үрнәк, беҙҙең заман геройҙары. Батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өсөн рәхмәт!" - бүләкләү тантанаһында район Хакимиәте башлығы Александр Георгиевич Андреев уны шундай һүҙҙәр менән ҡотланы һәм йәш кешегә ныҡлы сәләмәтлек, алдағы тормошонда уңыштар теләне.

Миләүшә Риянова,

район Хакимиәтенең мәғлүмәти-аналитик эш секторы мөдире.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: