+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Март 2023, 12:53

Туймазыла шәхси медицина клиникаһы коллективы махсус хәрби операция зонаһына посылкалар йыя

Был хаҡта медицина клиникаһы етәксеһе Азат Айытов һөйләне.

Махсус хәрби операция башланғандан алып клиника хеҙмәткәрҙәре Туймазы районында гуманитар йөк йыйыуҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан. Яугирҙәр өсөн күмәкләп йылы кейем, эске кейем, аҙыҡ-түлек йыйҙылар. Күптән түгел “Доктор+” клиникаһы етәкселеге 100 мең һумлыҡ дарыуҙар һатып алған. Был мәсьәләне медиктар башҡаларҙан яҡшыраҡ белә, шуға күрә ялан шарттарында кәрәкле медикаменттар һәм бәйләү материалдары һайлап алды. - Яҡташтарыбыҙ дошманға ҡаршы ҡыйыу көрәшә. Беҙҙең бурыс - уларға бар көсөбөҙҙө һалып ярҙам итеү, - ти Азат Айытов. - Беҙ йәштәр өсөн борсолабыҙ, улар өсөн янып-көйәбеҙ, әммә хис-тойғолар ярҙам итмәйәсәк - эш менән ярҙам итергә кәрәк, - тип иҫәпләй Азат Сафиулла улы. Республиканың атҡаҙанған табибы яугирҙәр өсөн кәрәкле һәм мөһим әйберҙәр, 20 бинокль һәм 20 йоҡо тоҡтары һатып алыуға даими аҡса күсерә.

Яңыраҡ шулай уҡ махсус хәрби зонаһына 80 килограмм бал оҙатылғайны. Продукттың бер өлөшөн Түбәнге Троицк умартасыһы Анатолий Денисов килтергән, бер өлөшөн Айытовтың аҡсаһына Баҡалы районында һатып алғандар.

Бынан алда Азат Сафиулла улы һәм уның ҡыҙы, блогер Айгөл Кәримованың финанс ҡатнашлығында «Маскита» ирекмәндәр берләшмәһе аша ике төнгө күреү приборы, өс квадрокоптер, 100 «Ракета» окоп мейесе һатып алып оҙаттылар. Мейестәрҙе урындағы оҫта Венер Усманов - ул мейестәрҙе бушлай эшләй, мейес өсөн материалдар менән вайымһыҙ булмаған кешеләр ярҙам итә. Уларҙың береһе - Азат Айытов.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: