+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Март 2023, 12:42

Туймазыла пенсионер махсус хәрби операция яугирҙары өсөн 170 окоп мейесе эшләгән

Туймазынан Венер Усманов "Бөркөт" подвалында хәрби округтарға оҙатыу өсөн окоп мейестәре эшләй

Изделиелар өсөн материалдар һатып алыуҙа уға ҡала предприятиелары, ойошма етәкселәре һәм айырым граждандар ярҙам итә. Ә магазиндың икенсе ҡатында "Маскита" ирекмәндәр клубы оҫталары маскировка селтәрҙәрен үреүен дауам итә.

 - Тәүге мейестәрҙе былтыр ноябрҙә эшләнем, даими рәүештә үҙгәрештәр индерҙем. Минең өсөн мейестәремдең ауыр булмауы мөһим ине. Яланда йөксө юҡ, һалдат бөтәһен дә үҙендә йөрөтә, - ти оҫта. - Әлбиттә, мин генә бындай бурысты үтәй алмаҫ инем. Мейестәр өсөн металл кәрәк, ә ул ҙур аҡса. Мин инвалид, бай булмаған кеше. Уның ҡарауы, минең ярҙам ҡулы һуҙған таныш эшҡыуарҙарым, дуҫтарым, предприятие етәкселәре байтаҡ. Суммаһы төрлө - 5 меңдән 50 мең һумға тиклем. Барыһы ла ярҙам итә - уҡытыусылар, пенсионерҙар, Туймазы, Шаран райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан ауыл халҡы.

- Мейестәр һәйбәт, файҙаланыуҙа уңайлы. Венер оҫта ғына түгел, ул битараф булмаған кеше, күп йылдар беҙҙең ойошма ағзаһы булып тора, - ти «Серпантин» хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Василий Биккинин. - «Маскита» ирекмәндәр клубына маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн бушлай йылы бина бирҙе. Ирекмәндәр һалдаттарға эске кейем тегә торған теген машинаһы менән тәьмин итте. Ауыл халҡынан бал, йылҡы ите һәм һыйыр ите һатып алалар. Былар барыһы ла беҙҙең яугирҙарға бара.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: