+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
3 Февраль 2023, 16:24

Өфө эшҡыуары бишенсе йыл Туймазылағы туған мәктәбенә ярҙам итә

«Промтехстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, директорҙар советы рәйесе Венер Ғимазетдинов 3-сө мәктәп кластарының береһенә йыл һайын Өфөгә барыуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Венер Ғимазетдинов 2019 йылдан башлап «Туймазы ҡалаһының 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең һәләтле балаларға ярҙам» проектын бойомға ашыра, тип хәбәр итә «Молодежная газета». Заманында ул үҙе ошо мәктәптә уҡыған, хәҙер иһә йыл һайын ҡунаҡҡа килә, Уҡытыусылар көнөндә үҙенең беренсе уҡытыусыһы һәм класс етәксеһе Ғамбара Фәрхетдин ҡыҙы Яуышева һәм мәктәптә эшләгән, хаҡлы ялда булған башҡа педагогтары менән осраша. Эшҡыуар тырыш уҡыусыларҙы дәртләндереүҙең ҡыҙыҡлы ысулын уйлап тапҡан - йыл һайын үҙ иҫәбенә Өфөгә бер класты ебәрергә, улар йыл дауамында иң күп балл йыйырға тейеш. Уҡыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, сәфәрҙәр программаһы йыл һайын төрлөсә төҙөлә. Балаларҙың яҡшы уҡырға һәм спортта уңыштарға өлгәшергә тырышыуы ғәжәп түгел. Быйылғы уҡыу йылында Венер Ғимазетдинов мәктәпкә спорт инвентары һатып алырға ярҙам итте. Меценат средстволарына волейбол сеткаһы һәм туптар һатып алынды, тиҙҙән балаларға саңғы кәрәк-яраҡтары килтереләсәк.

Бизнесмен әйтеүенсә, ул үҙ эшенең һөҙөмтәһен күреүе менән ҡыуана. - Минең өсөн мәктәп - ул шундай утрау, мин унан кинәнес алам. Беҙ ниндәйҙер программа, ниндәйҙер пландар һәм пиар хаҡына эшләмәйбеҙ, мәктәп менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырабыҙ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: