+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Ғинуар 2023, 16:17

Благовар районында юл фажиғәһендә алты кешенең ғүмерен өҙгән микроавтобус водителе хөкөм ителде

24 ғинуарҙа Благовар районы суды микроавтобус рулендә юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнгән 27 йәшлек Азат Сәфәрғәлиевҡа хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул аварила алты кеше һәләк булды, тағы 18 пассажир зыян күрҙе.

Суд ҡарары менән Сәфәрғәлиев 4,5 йылға колония-ауылға хөкөм ителде. Ошо ваҡыт иҫәбенә уға өйҙә һаҡ аҫтында булыу һәм тәфтиш изоляторында ултырыу ваҡыты һанала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос авария 2022 йылдың июль аҙағында булды. Сәфәрғәлиев руль артында микроавтобуста Өфө-Языково маршруты буйынса даими рейста эшләгән.

Дәүләт ғәйепләүсеһе һүҙҙәренсә, аварияға пассажир транспорты водителенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпсе.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: