+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Ғинуар 2023, 15:12

Туймазы районы хакимиәте башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Фазлиәхмәт улы Гәрәевҡа 100 йәш тулды.

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов уны ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы. - Рәис Фазлиәхмәт улы ҡыҙы менән Туймазыла йәшәй. Туғандары уны һаҡлай, хәстәрлек күрә һәм бик ярата.

Рәис Фазлиәхмәт улы Сталинградты обороналауҙа, Берлинға етеп, һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Тыуған ил алдындағы батырлығы һәм ҡаҙаныштары өсөн ул бик күп дәүләт наградаларына лайыҡ була, - тип яҙған Айҙар Рифғәт улы үҙенең социаль селтәрҙәге битендә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: