+14 °С
Облачно
События и факты
30 Ноября 2022, 06:37

Матур сәфәр

Бер төркөм туған тел уҡытыусылары, баш ҡалабыҙ Өфөлә булып ҡайттыҡ.

Археология һәм этнография музейында беҙҙе яҡташыбыҙ, Үмәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Чубараеваның ҡыҙы Аделия яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Аделия, БДУ-ның тарих факультетын тамамлағандан һуң, шул уҡ факультеттың магистратураһында белем ала һәм бер үк ваҡытта үрҙә аталған музейҙа экскурсовод булып эшләй. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул киң эрудициялы, асыҡ күңелле, бик оҫта белгес булып сыҡты. Музей залдары күп һәм ҙур булһа ла, эш ваҡыты тамамланһа ла, Аделия Андреевна һәр мөһим экспонат тураһында тулы мәғлүмәт биреп кенә ҡалманы, уҡытыусылар менән йәнле аралашыу ойоштора белде.

         Музейҙа республикабыҙ халыҡтарының милли мәҙәниәтен сағылдырған залдарҙа бай материал тупланған. Әммә иң ҡыҙыҡлыһы – археологик ҡомартҡылар. Сармат алтындары ғына ла ни тора! Тотош залды биләгән был хазиналарҙы күреү һоҡланғыс булды. Уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк!

        Артабанғы маҡсатыбыҙ Рәсәй Геройы генерал Шайморатов һәйкәлен күреү ине. Был мөһабәт комплекс(һәйкәл генә тиеү әҙ булыр) ысын мәғәнәһендә, баш ҡаланың иң гүзәл урындарының береһе булып, Өфө ҡунаҡтарын үҙенә тартып торор урын буласаҡ. Уның эргәһенән әле үк кеше өҙөлмәй.

        Шайморатов менән "хушлашып", Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына йүнәлдек. Бында беҙҙе күңелдәрҙе арбар тере музыка менән һуғарылған сихри атмосфера көтә ине. Зифа Ҡадырованың  "Һинһеҙ килгән яҙҙар" әҫәре буйынса ҡуйылған драма һәр кемдең күңеленә хуш килде. Был тәрбиәүи әһәмиәтле спектаклде һәр кем, бигерәк тә йәш ғаиләләр, ҡараһын йә әҫәрен уҡыһын ине, тигән уйҙар менән таралышты тамашасы.

        Бына шундай матур тәьҫораттар менән, күңелебеҙҙе байытып, рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ баш ҡалабыҙҙан. Матур йөкмәткеле сәфәрҙе ойошторған өсөн район мәғариф бүлеге начальнигы Р. Ворсинаға, туған телдәр буйынса методист С. Замановаға, автобус водителе Сергей Епейкинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.

Л. Ғабдуллина, Иҫке Ҡатай урта мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас