+31 °С
Облачно
События и факты
30 Ноября 2022, 06:39

Берҙәм булыу- мөһим

“Айырым ҡайғы - ҡайғы түгел, илгә ҡайғы килмәһен”, - тип юҡҡа ғына йырланмай икән халыҡ йырында.

Ил өҫтөнә бәлә килгәс, Иҫке Ҡатай ауылы егеттәре лә ситтә ҡалманы. Илһам Шәрәфетдинов менән Алмаз  Мусин шайморатовсылар сафында булһа, Рузиль  Харисов, Радмир  Гәрәев, Ришат  Фаязов, Рөстәм Азимов  - мобилизацияланыусылар иҫәбендә. Егеттәрҙең барыһы ла тиерлек Иҫке Ҡатай урта мәктәбен тамамлаған. Шуға күрә лә улар мәктәп коллективы өсөн яҡын һәм ҡәҙерле. Директор Л.Ғәлиева етәкселегендә тиҙ арала аҡса йыйылды һәм ошо көндәрҙә был егеттәрҙең банк иҫәбенә күсереү өсөн туғандарына, ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтелде. 6 егеттең дә яҡындарына аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды. Иҫке Ҡатай ауыл биләмәһе ауыл Советының эштәр менән идара итеүсеһе Флүрә Вәлиева һәм район советы депутаты, Ҡатай урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ралия Хөснөтдинова мәктәп исеменән аҙыҡ-түлек йыйылмаһын хәҙер Иҫке Маты ауылында йәшәүсе балалар Айгөл һәм Айнур Нафиҡовтарға ла алып барҙы.

Ҡатай урта мәктәбе һәм Баҡалы йәштәр үҙәге коллективтары Харисов Рузилдең ҡыҙы Эмилияға ла ҡышҡы кейем алыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтте.

Ауылыбыҙҙың йәш предпринимателдәре лә изге эшкә ҡушылды. Шәрәфетдинова  Флүзә апайҙы ауылдашыбыҙ Азамат Нәбиев утын менән тәьмин итте. Денис Ғәзетдинов уның улы Илһамға посылка менән термобелье һәм башҡа йылы кейемдәр ебәрҙе. 

Ғөмүмән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ҡатай егеттәре ауылдаштарыбыҙҙан әлегә 2 тапҡыр посылка алды. Уларҙы әҙерләүгә Вәсимә Нестеренко, Рафаэль Күсемов, Салауат Шәрәфетдинов һәм башҡа күптәр тос өлөш индерҙе. Алдағы көндәрҙә лә бындай игелекле акциялар дауам итәсәк. Әлбиттә, бындай ярҙам ғына әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булмаһа ла, иғтибар һәм ихтирам күрһәтеү, күңел йылыһы өләшеү, берҙәм булыу—бөгөн үтә мөһим, сөнки һәммәбеҙҙең дә теләге бер: иҫән-һау ҡайтһын егеттәр!

Л. Ғабдуллина

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас