Кашапов 45 йыллыҡ тәжрибәһе булған мартасыһы. Армиянан һуң колхоз умарталығында эшләй, ә 1991 йылдан - шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы була. Әлеге ваҡытта уның шәхси хужалығында 200 умарта иҫәпләнә, 8 тонна татлы ризыҡ ала.
- Һатыуға ла, ғаиләм өсөн дә, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн дә етерлек, - ти ул. - Умарталығым йүкә урманында урынлашҡан. Унда йәйге йорт та, бал ҡорттарын ҡышлатыу өсөн дә урын бар, - тип һөйләне Салауат Сәғәҙәт улы.
Махсус операция Кашаповтар ғаиләһенә лә ҡағылды. Салауат Сәғәҙәт улының кейәүе профессиональ хәрби хеҙмәткәр, хәҙер ул махсус хәрби операция зонаһына командировкаға ебәрелгән.
«Барлыҡ мобилизацияланған егеттәр һәм хәрбиҙәр кемдеңдер балалары, улар өсөн мин бик борсолам. Телевизор ҡарайым, ваҡиғаларҙы күҙәтәм. Сит балалар булмай, тиҙәр бит. Шуға ҡулымдан килгәнсә ярҙам иттем», - тине ул.