«Ынйылар» башҡорт халыҡ йыр ансамбле һәм «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары репетициянан һуң өйөнә ҡайтырға ашыҡмай: ҡул эше оҫталары яугирҙәребеҙгә йылы әйберҙәр бәйләй.
Инициативалы ҡала халҡы ошо мәлдә вайымһыҙ булырға ярамай ти. Мөмкинлегебеҙ булһа, нисек ярҙам итмәҫкә?
Гәүһәриә Ғәзизуллина әхирәтенең улы хеҙмәт итеүен һөйләне, шуға күрә ул, хәҙер яугирҙәргә ярҙам итеүҙең һәм улдарынан, ирҙәренән һәм аталарынан изге хәбәрҙәр көтөү менән йәшәгән туғандары өсөн терәк булыуҙың мөһимлеген аңлап, был акцияға ҡушылды.
Тәлиғә Макаренко әйтеүенсә, яугирҙәргә әйберҙәр тапшырыу - ул һәр кемдең хәленән килгән эш. Тәлиғә Әхмәт ҡыҙының улы Чечня һуғышын үткән, шуға күрә улдары махсус хәрби операция ҡатнашҡан әсәләрҙе яҡшы аңлай.
- Бындай хәлдә вайымһыҙ ҡалырға ярамай, һәм, нисек тә ярҙам итә алһаң, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк, өйҙә уларҙы туғандары ғына түгел, яҡташтары ла көтөүен әйтергә кәрәк, - ти Тәлиғә Макаренко.
Лилиә Шәфиғуллина төрлө йылы әйберҙәр бәйләүе хаҡында һөйләне.
Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы хәрби округта ҡатнашыусылар һәм мобилизацияланғандар өсөн йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, көндәлек тормош предметтары һәм шәхси гигиена саралары йыйыуҙы ойошторҙо.
25 октябрҙә ҡала башҡорттарынан килгән посылкалар артабан тәғәйенләнгән урын буйынса оҙатыу өсөн Өфөгә ебәрелде.