+14 °С
Облачно
События и факты
25 Ноября 2022, 07:49

Туймазыла дин әһелдәре студенттар менән наркоманияның зыяны тураһында һөйләште

Туймазы агросәнәғәт колледжында студенттар һәм йәмәғәтселәрҙең сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙең рухи-әхлаҡи аспекттарына арналған осрашыуы үтте.

Йәштәр менән аралашыу өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Гүзәлиә Шакирова, Республика клиник дауаханаһының наркология диспансеры бүлеге мөдире Филүс Зәйнуллин, Серафимовка ауылының сиркәүенең настоятеле Константин, Собханғол ауылының «Нурул Ислам» мәсете хәҙрәте Ғабдулла килде. Полиция уҡыусыларға наркотик матдәләрҙең зыяны тураһында һөйләне һәм наркотиктар ҡулланған, һаҡлаған, таратҡан өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ саралары тураһында иҫкә төшөрҙө. Тәртип һаҡсыһы йәштәрҙе, наркотик ҡулланыуҙың бер генә факты ла үҫмерҙең киләсәккә пландарын һыҙып ташлай ала, тип иҫкәртте.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас