27 октябрҙә Туймазы районының Собханғол ауылында йәшәгән 44 йәшлек ҡатын өсөн хәл иткес көн булды. Уға телефон аша билдәһеҙ ир шылтыратып, үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштырған һәм әлеге ваҡытта банктарҙың береһендә мутлашыусыларҙың уның исеменән өсөнсө кешегә кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр иткән. Ышандырыр өсөн ул ҡатынға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре һәм банк менеджеры танытмаларын, шәхси документтарын ебәргән. Ә ҡушымтаға - йәнәһе лә уның исеменән билдәһеҙ кешегә рәсмиләштерелгән кредитҡа ғариза. Мутлашыусы ҡатынды аҡсаны юғалтмауҙың берҙән-бер ысулы - яңы кредиттар алыу һәм тәүге кредитты ҡаплау тип ышандыра. Был бурысты ул үҙ өҫтөнә алырға ант иткән.
Ул дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумдан ашыу бер нисә кредит алған. Быға ике аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк булды. Ошо ваҡыт эсендә мутлашыусылар даими рәүештә уға шылтыратып, эштәрҙең нисек барғаны тураһында белгән. Ахыр сиктә аферистар ҡатынды фатирын һатырға мәжбүр итә һәм, торлаҡ банктың залогында тора, шуға күрә уны ашығыс рәүештә, тартып алғансы, һатырға кәрәк, тип аңлата. Фатир һатыу менән шөғөлләнгән риелтор ҡатындың нимәгә ашығыуы, ул сектаға эләкмәнеме тип ҡыҙыҡһына. Әммә ҡатын уны, барыһы ла тәртиптә, аҡса ғына кәрәк, тип ышандырҙы. Бер аҙнанан ул мутлашыусыларға бер бүлмәле фатирҙы һатҡандан һуң 1 миллион һум аҡса күсергән.
- Ҡатын һуңғы аҡсаларҙы мутлашыусыларға 18 ноябрҙә күсергән. Иртәгәһенә генә банктың ҡыҙыу линияһына шылтыратырға булған, уның менеджерҙары менән ул йәнәһе лә ошо ваҡыт эсендә аралашҡан, - тип һөйләне Эске эштәр министрлығы Туймазы бүлегенең тәфтиш бүлеге начальнигы Алмаз Хөсәйенов. - Унда уға шылтыратыу хаҡында тәүге тапҡыр ишетеүҙәрен аңлатҡандар. Шунан һуң ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Дөйөм алғанда ул 2 миллион 743 мең 997 һумдан ҡолаҡ ҡаҡты, уларҙың күпселек өлөшө банктарҙан алынған кредит.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлеге енәйәт эше ҡуҙғатты.
Полиция һәм банк хеҙмәткәрҙәре аҡсалата операция яһар алдынан банктың ҡыҙыу линияһына шылтыратырға кәңәш итә.
Банк һәм полиция хеҙмәткәрҙәре телефондар буйынса аҡсалата операциялар үткәрмәй. Банк иҫәбе буйынса бөтә операцияларҙы ла үҙегеҙ тикшерегеҙ.