+14 °С
Облачно
События и факты
24 Ноября 2022, 10:22

Туймазыла эксперт сысҡан биҙгәге таралыуы сәбәпле мәктәптәрҙең ябылыуына аңлатма бирҙе

 Туймазы районында кисәнән алып өс ауыл мәктәбе өҫтәмә дезинфекцияға ябылды.

Был хаҡта Роспотребнадзорҙың Туймазы районындағы территориаль бүлеге етәксеһе Әлфиә Ғәйнанова хәбәр итте.

- Серафимовка ауылындағы ике мәктәп һәм Түбәнге Троицк ауылындағы мәктәп мәғариф учреждениеларында дератизация эштәренә һәм өҫтәмә дезинфекцияға өс көнгә ябылды. Шулай уҡ ул Серафимовка һәм Түбәнге Троицк ауылдарынан дауаханаһының инфекция бүлегенә 18 баланы һалыуҙарын раҫланы.

- Сысҡан биҙгәге симптомдары киҫкен респиратор вирус инфекцияһына оҡшаш: юғары температура, ҡалтырата. Күңел болғаныуы, ҡоҫоу, бил ауыртыуы ихтимал. Айырым билдәләре араһында - бәүел иҫәбенең кәмеүе. Геморрагик биҙгәк менән амбулатор ысул менән дауаланмай, шуға күрә ошондай билдәләре булған бөтә граждандарҙы ла инфекция дауаханаһына ебәрәләр. Мәктәптәрҙә эпидемиологик тикшереү үткәрелә.

Баҫмабыҙ хәбәр итеүенсә, Туймазы районында сысҡан биҙгәге менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлгән. Хәл ноябрь башында Серафимовка ауылында райондың эпидемияға ҡаршы күсмә комиссияһы ултырышында тикшерелде. Ултырыштан һуң 50 гектарҙан ашыу майҙанда өҫтәмә дератизация үткәрелгән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас