+18 °С
Дождь
События и факты
24 Ноября 2022, 11:49

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры «сысҡан» менән дауаханаға оҙатылған Туймазы районы уҡыусыларының хәле тураһында хәбәр итте

Туймазы дауаханаһының инфекция бүлексәһенә 19 уҡыусы геморрагик биҙгәк менән дауаханаға һалынған, уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта.

«Бәйләнештә»ге сәхифәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Түбәнге Троицк һәм Серафимовка ауылдарынан сысҡан биҙгәге менән уҡыусыларҙы дауаханаға һалыуҙары хаҡында кисә, 23 ноябрҙә, билдәле булды. Ул ваҡытта 16 бала иҫәпләнә ине. Шунан һуң Роспотребнадзор идаралығында уҡыусыларҙың сысҡан биҙгәге менән зарарланыуына аңлатма бирҙеләр.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас