+20 °С
Болотло
События и факты
21 Ноябрь 2022, 10:02

Туймазы медицина колледжында эш биреүселәр форумы үтте

Йыл һайын медицина колледжын 150-нән ашыу белгес тамамлай. Улар - фельдшерҙар, акушерҙар, шәфҡәт туташтары, фармацевтар. Әммә республиканың көнбайыш зонаһының дауалау учреждениеларында вакансияларҙы тултырыу өсөн улар етмәй.

Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә потенциаль эш биреүселәргә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән осрашыуҙар ярҙам итә, уның барышында медиктар үҙҙәренә йәш белгестәр һайлай. Кесе йома медицина колледжында эш биреүселәрҙең сираттағы форумы үтте, унда республиканың туғыҙ үҙәк район һәм ҡала дауаханаһы вәкилдәре ҡатнашты. Улар буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына вакансиялар, эшкә урынлашҡанда тәҡдим итә алған бонустар һәм өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләне. Йәш белгестәргә - тәрбиәүи ярҙам, ә фельдшерҙарға торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк «Ауыл фельдшеры» программаһына документтар тултырыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк, тип вәғәҙәләнеләр.

Кадрҙар мәсьәләһе тураһында Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев һөйләне. Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов бөгөндән үк Яңы Шах ауылының яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшерҙы ҡабул итергә әҙер булыуы хаҡында хәбәр итте. - Медицина колледжының дүртенсе курсында районыбыҙ студенты белем ала. 2023 йылда уҡыуын тамамлай һәм ул беҙгә эшләргә килер тип ышанабыҙ. Октябрьский ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһы баш шәфҡәт туташы Ольга Гордеева, улар медицина колледжын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырып ҡына ҡалмай, кәрәк булһа, уларҙы уҡытырға ла әҙер, тип хәбәр итте. - Бында Октябрьскийҙан 21 студент уҡый. Уларҙың барыһын да эшкә урынлаштырырға әҙербеҙ, - тине ул. - Операция шәфҡәт туташы, фельдшер вакансиялары бар, рентгенолог-лаборант та кәрәк. Буласаҡ сығарылыш синыфы уҡыусылары потенциаль эш биреүселәр менән әүҙем аралашты, ҡайһы берәүҙәре тыуған районына ҡайтырға ҡарар итеүҙәре хаҡында әйтте. Улар араһында - Шаран районынан Айһылыу Ғарипова. Яҙ көнө ул «шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса уҡыуын тамамлай һәм Шаран районына ҡайта.

Курсташтарынан айырмалы рәүештә, Тимур Ибраһимов тыуған Октябрьский ҡалаһына ҡайтырға йыйынмай. Егеттең - ҙур пландары бар, ул табип булырға теләй.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас