+24 °С
Дождь
События и факты
14 Ноября 2022, 05:30

Туймазыла шәхси музей хужаһы яңы экспозиция йыя

Туймазы районында йәшәүсе Раян Баһауетдинов күләмле тематик панно яһарға ниәтләй.

Бер нисә йыл элек Туймазы районында йәшәүсе Раян Баһауетдинов үҙенең ихатаһында шәхси музей асҡан. Унда балыҡсылыҡ эволюцияһын күҙәтергә мөмкин булған өс тиҫтә экспонат бар.

Әммә был эш Раян Талбетдин улына аҙ тойолдо - ул күләмле тематик панно яһарға уйлай.

- Музейға килгән кешеләргә мин боронғо заманда боҙ аҫтынан балыҡ тотоу технологияһы хаҡында ентекле һөйләйем. Улар мине иғтибар менән тыңлай, әммә ҡайһы берҙә нимә тураһында һөйләгәнемде аңлап етмәй, - тип һөйләй тыуған яҡты өйрәнеүсе. - Күргәҙмә етмәй. Балыҡсылар, аттар һындары, ҡармаҡтар, башҡа кәрәк-яраҡтар менән панно яһарға булдым. Улар менән кешеләргә барыһын да аңлатыу һәм күрһәтеү еңелерәк булыр.

Эш башланған да инде. Раян Талбетдин улы балыҡ кәсебен яҡшы белә.

- Элегерәк балыҡты йыл әйләнәһенә тотҡандар. Балалар һәм ҡарттар ҡармаҡ менән, ә «Ҡыҙыл балыҡсы» артеленән ирҙәр ау менән. Селтәрҙе көҙҙән ныҡлы киндер ептәренән бәйләгәндәр - уларҙы ла үҙҙәре эшләгән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас