Биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалерына мәрмәр таҡтаташ шәхес үҙе нигеҙ һалған Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә асылды.
Был яңылыҡ менән ғалимдың туғаны, Шаран районы башлығы Фидан Ишемғолов уртаҡлашты:
- Өфөлә ағайым Ишемғолов Әмир Миңлеәхмәт улы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Уны Башҡортостан Республикаһының баш умартасыһы тип йөрөттөләр. Шулай булды ла ул. Ул 2020 йылға тиклем ойошторған һәм етәкселек иткән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ойошторолоуҙың шаһиты ғына түгел, ә 11-се синыфта уҡығанда ошо институтты булдырыуҙа ҡатнаштым, уға өйҙә кәрәкле документтарҙы әҙерләргә ярҙам иттем.
Уның вафатынан һуң 2 йыл үткәс (ковидтан беҙҙең арана китте), Шаран халҡынан да уның менән таныш булыуҙарын, осрашыуҙарын, ағайым менән эшләүҙәрен ишетеү ҡыуаныслы.
Амир авзый, беҙ hине бер ҡасан да онотмайбыҙ!