+13 °С
Ясно
События и факты
10 Ноября 2022, 11:14

Туймазы районында янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар пенсионерҙарҙы янғындан ҡотҡарған

Минисиреналар Япрыҡ һәм Сәйрән ауылдарында эшләне.

Һуңғы бер нисә аҙнала Башҡортостанда янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың туғыҙ осрағы теркәлгән. Ике тапҡыр ошо приборҙар  Туймазы районында йәшәүселәрҙең йорттарын һәм ғүмерҙәрен ҡотҡарған. Сәйран ауылында янғын хәбәр итеүсе ҡоролма пенсионерҙар йортонда эшләгән. Өлкән йәштәге ир плитаға алма һалынған кәстрүлде ҡуйған, ә үҙе ишек алдына сығып киткән. Һыу ҡайнап, алмалар яна башлаған. Минисиренаның тауышын ирҙең ҡатыны ишеткән.

Икенсе осраҡ Япрыҡ ауылында булған. Унда оло йәштәге ҡатын ҡоймаҡ бешерергә булған. Майлы табаны плитаға ҡуйған, һәм был ваҡытта тәҙрәнән ҡапҡа ябылмағанын күргән. Ишек алдына сыҡҡас та ул, ҡоймаҡтарҙы онотоп, тыштағы эштәргә тотонған.

Хәбәр итеүсе сигнал әле башланмаған янғын тураһында хәбәр итеп, пожарҙан ҡотҡарған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас