+18 °С
Облачно
События и факты
9 Ноября 2022, 10:56

Туймазыла элекке «ашығыс ярҙам» фельдшеры нисек кешене «үтә күрә» башлауы хаҡында һөйләне

 Илдар Рей Туймазыла Үҙәк район дауаханаһының инфекция үҙәге бинаһында КТ-аппаратта рентген-лаборант булып эшләй.

Ул пациенттың хәле тураһында аңлайышлы мәғлүмәт алһын өсөн яуаплы. Бының өсөн сифатлы КТ-һүрәт кәрәк. Уның өсөн Илдар Солтанғәли улына пациентҡа ҡарата төрлө алымдар эҙләргә тура килә.

- Табип балама компьютер томографияһы тәғәйенләне. Уны Туймазы үҙәк район дауаханаһы белгесе Илдар Рей эшләне. Мине медиктың үҙ эшенә мөнәсәбәте ғәжәпләндерҙе һәм хайран ҡалдырҙы. Минең тик ултырмаҫ улым менән ул тиҙ генә уртаҡ тел тапты, уға уйын формаһында процедура ваҡытында ни өсөн хәрәкәтһеҙ ятырға кәрәклеген аңлатты. Профессионал! - тип һөйләй кескәй пациенттарҙың береһенең әсәһе.

- Сабыйҙы уйын менән мауыҡтырыуы еңел. Мин уға: «Әйҙә уйнайыҡ! Хәҙер мин һине бәүелсәктә шыуҙырам», - ти табип. - Алкоголь йоғонтоһонан һәм һуғышҡандан һуң ашығыс ярҙам талап ителгән өлкән йәштәге ир-егеттәргә КТ үткәреүе ҡатмарлыраҡ. Бындай сеанстарҙан һуң ныҡ арыта. Әммә борсолорға ваҡыт юҡ: пациенттар күп, уларҙы Үҙәк район дауаханаһының бөтә бүлексәләренән алып киләләр. Стресстарға өйрәнгәнмен - күп йылдар «тиҙ ярҙам» фельдшеры булып эшләгәнмен.

Алты йыл элек Рей рентген-лаборанты эшенә күскән.

- Өс ай уҡыным, һуңынан тағы ла күпмелер ваҡыт районыбыҙ поликлиникаларында тәжрибәле коллегаларымдың уяу контроле аҫтында эшләнем. Ковид пандемияһы ваҡытында етди эш алып барырға тура килде. 12 сәғәт эсендә 60-70-әр пациент менән эшләргә тура килде. Һаҡлағыс экипировка ла ярҙам итмәне - госпиталдең бөтә персоналы ковид менән сирләне. Рей ҙа уны бик ауыр кисергән.

- Үҙебеҙ хаҡында ҡайғырманыҡ, - тип һөйләй медик. - Аппарат сыҙамаҫ, тип хәүефләнеү арҡаһында нығыраҡ борсолдоҡ. Туймазы үҙәк район дауаханаһында тағы бер КТ-кабинет барлыҡҡа килгәс, саҡ ҡына еңелерәк булып ҡалды. Дауахананың яңы аппаратура менән тулыланыуына бик шатмын. Хәҙер мин МРТ аппаратында эшләргә өйрәнергә планлаштырам. Универверсал булырға хыялланам.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас