Иң ҡыҙыҡлылары һораҙар араһында псевдонимдың барлыҡҡа килеү тарихы, ҡатыны менән нисек танышыуы тураһында һорауҙар булды.
- Элвин - бала саҡта мине шулай тип йөрөттөләр, ә Грей - ул «Ал елкәндәр»ҙән яратҡан персонаж, мин бына ошо ике исемде тоташтырҙым, - тип һөйләне йырсы.
Уның һүҙҙәренсә, ул ҡатыны менән Ижевскиҙа гастролдәрҙә булғанда танышҡан. Концерттан һуң, ғәҙәттәгесә, дуҫтарына ҡунаҡҡа ингән һәм таныш булмаған һылыу ҡыҙҙы күргән. Киләһе йылда ла ошо хәл ҡабатланған.
- Шунан аңланым, минең кеше икәнен. Мин уға, алып китәм, тинем, - тип һөйләне Радик.