- Былтыр был урында «Транснефть-Кама буйы» акционерҙар йәмғиәте белгестәре боронғо һауыт-һабаның ярсыҡтарын тапҡан, - тип һөйләй Илсембәт ауыл советы башлығы Рим Ғиниәтуллин. - Нефтьселәр эште шунда уҡ туҡтата, сөнки федераль законға ярашлы мәҙәни мираҫ объекттары дәүләт һағында тора.
Тикшеренеү эштәренә тендер иғлан иттеләр. Археологтар был урынға уҙған йылда уҡ разведка үткәргән, ә быйыл көҙ ҡаҙыуға тотонғандар - уларҙы «Спецпоезд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Һамар ҡалаһы) хеҙмәткәрҙәре алып бара. Экспедиция төрлө ҡалаларҙан, башлыса Липецкиҙан тикшеренеүселәрҙе берләштерә.
- Был урында күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең туҡталышы булғандыр, күрәһең, - ти экспедиция ағзаларының береһе, тарих фәндәре докторы, профессор Николай Тропин. - Һыу барлығы һәм көтөүлек болондары уларҙы бында йәлеп итткән. Табылған ҡорамалдлар бронза дәүеренә ҡарай - был беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡ. Был биләмә Бура мәҙәни-тарихи берлеге, тип күҙаллайбыҙ. Ни өсөн уларҙы шулай атағандар: мәйеттәрҙе ағас бураларҙа, бөгөлгән килеш һалғандар. Бура мәҙәни-тарихи берлегенә хас һауыт-һаба, атап әйткәндә, банка рәүешендәге көршәктәр табылған, уларҙың өҫкө өлөшөндә орнамент күренә.
Николай Тропин:
- Беҙ сатыр техникаһында эшләнгән торлаҡ фрагменттарҙы таптыҡ. Уның ҡыйығы, күрәһең, ҡамыштан булған, бинаның эсе йәнлек тиреһе менән көпләнгән булған. Әлегә аныҡ ҡына үлсәмен белмәйбеҙ. Әммә ул стационар, ергә тәрәнәйгән бина булған. Унда бай кеше йәшәгән. Ҡаҙыу эштәре барышында табылған әйберҙәр, мәҫәлән, суҡмар ошо хаҡта һөйләй. Боронғо заманда ул ҡорал ғына түгел, ә хәрби власть символы ла булған. Уны ҙур хәрби начальник, ҡәбилә башлығы, ырыу башлығы тота алған.
Булава ярым аҫыл таштан - ҡара йәшмәнән эшләнгән. Уның бер өлөшө генә табылды. Был өҙөктән дә күренеүенсә, ташты эшкәрткән кеше оҫта ҡуллы булған. Булава яҡшы эшкәртелгән. Башҡа уникаль табылдыҡтар ҙа бар, мәҫәлән, бронза беләҙектең киҫәге һәм бронза киҫәге, аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡаҙандың бер өлөшө, моғайын.
Ябай кешеләр ашарға әҙерләр өсөн усаҡта ныҡлыҡ өсөн яндырылған балсыҡ һауыттар ҡулланған. Күп көршәк ватыҡтарын таптыҡ. Табылған әйберҙәр араһында хеҙмәт изделиеһы - тире эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән һөйәк ярсығы бар. Ниндәй хайуан һөйәге булған, һәм уның тиреһе нисек эшкәртелгән? Был һорауҙарға яуап бирер өсөн, беҙгә трассалогия экспертизаһы кәрәк буласаҡ.